32 Зәйтүн ағасынан яһалған ишектәрҙең ике яғы ла кируб, хөрмә ағасы, сәскә һүрәттәре менән һырлап биҙәлгәйне. Кирубтар менән хөрмә ағастарын алтын менән ҡаплатты.
Таштар күренеп тормаһын өсөн, ҡорамдың эсе ашҡабаҡ һәм сәскә һүрәттәре менән ырып биҙәлгән кедр таҡталар менән ҡапланды.
Эске бүлмәгә ҡуйыу өсөн зәйтүн ағасынан ике кируб һыны яһатты. Уларҙың һәр береһенең бейеклеге ун терһәк ине.
Ҡорам диуарҙарының барыһы ла, эске бүлмәләр ҙә, тышҡы бүлмәләр ҙә кируб һындары, хөрмә ағастары, сәскә һүрәттәре менән һырлап биҙәлде.
Эске бүлмәгә инер өсөн зәйтүн ағасынан ишектәр яһатты. Уның яңаҡтары биш мөйөшлө итеп эшләтте.
Ҡорам залына ингән ерҙә лә ишек яңаҡтарын дүрт мөйөшлө итеп зәйтүн ағасынан эшләтте.
филтә таҙартҡыстар, сеүәтәләр, туҫтаҡтар, хуш еҫ төтәҫләгестәр. Эске бүлмә – Иң мөҡәддәс урындың ишектәре һәм ҡорам залының ишектәре алтындан була.
Ян бүлмәләрҙең артҡы диуарында, бүлмәләр араһындағы диуарҙа, айуандың һәр яғында рәшәткәле тәҙрәләр бар, ян бүлмәләр араһындағы диуарҙар хөрмә ағасы һүрәттәре менән биҙәлгәйне.