31 Эске бүлмәгә инер өсөн зәйтүн ағасынан ишектәр яһатты. Уның яңаҡтары биш мөйөшлө итеп эшләтте.
Эске бүлмәгә ҡуйыу өсөн зәйтүн ағасынан ике кируб һыны яһатты. Уларҙың һәр береһенең бейеклеге ун терһәк ине.
Эске һәм тышҡы бүлмәләрҙең иҙәне алтын менән ҡапланды.
Зәйтүн ағасынан яһалған ишектәрҙең ике яғы ла кируб, хөрмә ағасы, сәскә һүрәттәре менән һырлап биҙәлгәйне. Кирубтар менән хөрмә ағастарын алтын менән ҡаплатты.
филтә таҙартҡыстар, сеүәтәләр, туҫтаҡтар, хуш еҫ төтәҫләгестәр. Эске бүлмә – Иң мөҡәддәс урындың ишектәре һәм ҡорам залының ишектәре алтындан була.
һәм бәрәстең ҡанын ите ашалаһы өй ишегенең ике яңағына, ҡашағаһына һөртөргә тейеш.
Ҡорам залына һәм Иң мөҡәддәс урынға инә торған ишектәр ике яҡҡа асмалы ине.
Мин – ҡапҡамын. Кем Минең аша инә, шул ҡотолор. Инер, сығыр һәм үҙенә көтөүлек табыр.
Ғайса уға: – Мин – юл, хәҡиҡәт һәм тормош. Минең аша ғына Атам янына барып була.
Алланың бөтөн изге кешеләре менән берлектә Мәсих мөхәббәтенең иңенә һәм буйына, бейеклегенә һәм тәрәнлегенә төшөнә алыуығыҙ һәм кеше аҡылы һыйҙыра алмаҫлыҡ был мөхәббәтте танып белеүегеҙ өсөн доға ҡылам. Шулай һеҙҙе Алланың бар тулылығы солғап алыр.