22 Сөләймән ҡорамдың эсен тотошлай алтын менән көпләтте. Эске бүлмәнең ҡорбан усағы ла алтын менән көпләнде.
Был бүлмәнең буйы, иңе һәм бейеклеге егермешәр терһәк ине. Сөләймән бүлмәне эстән саф алтын менән ҡаплатты. Кедр ағасынан яһалған ҡорбан усағын да алтын менән көпләтте.
Ҡорамдың эсе саф алтын менән көпләнде. Алтын менән көпләнгән эске бүлмәгә инә торған ерҙә арҡырыға алтын сылбырҙар аҫылды.
Рамдарҙы алтын менән көплә һәм уларға һайғауға нығытыу өсөн алтын дүңгәләктәр беркет тә һайғауҙы алтын менән көплә.
Сәрүәр ағасынан хуш еҫ төтәтә торған ҡорбан усағы эшлә.
Уның өҫтөн, ян-яҡтарын һәм мөгөҙҙәрен саф алтын менән көплә, ситтәрен алтын менән ҡаймала.