16 Ҡорамдың артҡы яғында, ҡырыйҙан егерме терһәк эскәрәк индереп, иҙәндән түшәмгә тиклем кедр таҡталарҙан диуар эшләтеп, бер эске бүлмә яһатты, был бүлмә Иң мөҡәддәс урын булды.
Иң мөҡәддәс урын алдында урынлашҡан ҡорам залының буйы ҡырҡ терһәк ине.
Ҡорамдың диуарын әйләндереп төкәтмә төҙөттө – ҙур зал һәм эске бүлмә тирәләй төкәтмә бүлмәләр эшләтте.
Шунан, тәхет ҡуйҙырып, Хөкөм залы төҙөттө. Уны иҙәндән алып түшәменә тиклем кедр таҡта менән көпләтте.
Ҡаһиндар Раббының Килешеү һандығын тәғәйен ергә, ҡорамдағы эске бүлмәгә, Иң мөҡәддәс урынға, кирубтарҙың ҡанаттары аҫтына, килтереп урынлаштырҙы.
Иң мөҡәддәс урынды эшләтә: уның буйы, ҡорамдың иңе кеүек үк, егерме терһәк, иңе лә егерме терһәк була; уны алты йөҙ талант иң яҡшы алтын менән көпләтә.
артҡы мөйөштәре өсөн – тағы ике рам яһа,
Унан оҙонлоғо һәм киңлеге ҡорам залы һымаҡ егерме терһәк булған эске бүлмәне үлсәне һәм миңә: – Был – Иң мөҡәддәс урын, – тине.
Был бүлемдән оҙонлоғо егерме биш мең терһәк, киңлеге ун мең терһәк үлсәп алынһын. Изге торлаҡ – иң мөҡәддәс урын – ошонда буласаҡ.
– Ағайың Һарунға әйт, пәрҙә артындағы Иң мөҡәддәс урынға теләһә ҡайһы ваҡытта инмәһен, Изге һандыҡ өҫтөндәге ҡапҡасҡа яҡынламаһын, юғиһә үлер. Мин бит ҡапҡас өҫтөндә, болот эсендә пәйҙә булырмын.
Икенсе пәрҙә артында Иң мөҡәддәс тип аталған урын бар ине.