13 Мин халҡым Исраил араһында йәшәрмен, уларҙы бер ваҡытта ла ташламам.
Ысынын ғына әйткәндә, Алла ер йөҙөндә йәшәй буламы? Күк һынлы күктең асманы ла һыйҙыра алмаған Һинең өсөн мин һалдырған ҡорам нимә инде!
Шунан һуң Дауыт улы Сөләймәнгә былай ти: – Ныҡ бул, ғәйрәтле бул, эшкә тотон! Ҡурҡма, баҙнатһыҙланма, сөнки Раббы Алла, минең Аллам – һинең менән, һин Раббы йорто өсөн кәрәк эштәрҙе эшләп бөткәнсе, Ул һинең менән булыр, һине яңғыҙ ҡалдырмаҫ.
Һин, Сөләймән улым, атайыңдың Аллаһын бел һәм уға бөтөн йөрәгең һәм бар булмышың менән хеҙмәт ит, сөнки Раббы бөтә йөрәктәрҙе һынап ҡарай һәм уйҙарҙың һәр ынтылышын аңлай. Әгәр Уны эҙләһәң – табырһың, ә инде Уны ташлаһаң, Ул һинән бөтөнләй ваз кисер.
Мин ҡолоңдан йөҙөңдө йәшермә, Ауыр миңә, йәһәтерәк яуап ҡайтар!
Исраил халҡы Минең өсөн Изге торлаҡ ҡорһон, һәм Мин улар араһында төйәкләнермен.
Мин Исраил халҡы араһында төйәкләнермен һәм уларҙың Аллаһы булырмын.
Мөһабәт һәм бөйөк, Мәңге йәшәүсе, исеме Изге былай ти: «Бейек һәм мөҡәддәс урында төйәк итһәм дә, Хәсрәтлеләр, рухы төшөнкөләр янындамын, Баҫалҡыларҙың рухын күтәрәм, Хәсрәтлеләрҙең йөрәген терелтәм.
Торлағымды арағыҙҙа ҡорормон, күңелем һеҙҙән ҡайтмаҫ.
Алла йорто менән ялған илаһтар араһында ла уртаҡлыҡ була аламы? Беҙ – тере Алланың йорто. Алла бит: «Улар араһында йәшәрмен һәм йөрөрмөн; уларҙың Аллаһы булырмын, ә улар Минең халҡым булыр», – тип әйткән.
Ныҡ һәм ғәйрәтле булығыҙ, ҡурҡмағыҙ, ҡаушап ҡалмағыҙ, сөнки Аллағыҙ Раббы Үҙе һеҙҙең менән бара – Ул һеҙҙе яңғыҙ ҡалдырмаҫ, ташлап китмәҫ.
Раббы Үҙе алдыңдан барыр, һинең менән бергә булыр, яңғыҙ ҡалдырмаҫ һәм ташлап китмәҫ. Ҡурҡма һәм ҡаушама.
Байлыҡҡа нәфселе булмағыҙ, бары менән ҡәнәғәт йәшәгеҙ. Сөнки Алла: «Мин бер ҡасан да һине яңғыҙ ҡалдырмам һәм ташламам», – тип әйткән.
Ғүмереңдең һуңғы көндәренә тиклем бер кем дә һиңә ҡаршы тора алмаясаҡ. Мин Муса менән бергә булдым – шуның ише һинең менән дә булырмын: һине ташлап китмәм, ҡалдырмам.
Шул саҡ тәхеттән килгән көслө тауышты ишеттем. Ул былай тине: – Бына, Алланың кешеләр менән бергә йәшәү урыны. Ул кешеләр менән бергә йәшәйәсәк. Кешеләр Уның халҡы буласаҡ һәм Алла Үҙе улар менән буласаҡ.
Раббы Үҙенең бөйөк исеме хаҡына Үҙ халҡын ташламаҫ, сөнки һеҙҙе Үҙенең халҡы итеүҙе хуш күрҙе.