Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 5:6 - Изге Яҙма

6 Кешеләреңә минең өсөн Ливан кедрҙарын ҡырҡырға әмер бирһәң ине. Минең эшселәрем һинекеләр менән бергә булыр. Уларға, үҙең күпме әйтһәң, шул тиклем хеҙмәт хаҡы түләрмен. Үҙең беләһең, беҙҙә Сидон халҡы кеүек оҫта ағас ҡырҡыусылар юҡ».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 5:6
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡәнғәндең улдары: баш балаһы Сидон, Хит,


Сөләймән яу арбалары, һыбайлылар йыйҙы. Уның бер мең дүрт йөҙ яу арбаһы менән ун ике мең һыбайлыһы бар ине. Ул быларҙы яу арбалары өсөн тәғәйенләнгән ҡалаларға һәм Йәрүсәлимдә үҙе эргәһенә урынлаштырҙы.


Сөләймәндең хәбәрен ишетеп, Хирам бик ҡыуанды: – Был ишле халыҡҡа идара итеү өсөн Дауытҡа шул тиклем аҡыллы ул биргән Раббы мөбәрәк булһын! – тине.


Ҡорамдың артҡы яғында, ҡырыйҙан егерме терһәк эскәрәк индереп, иҙәндән түшәмгә тиклем кедр таҡталарҙан диуар эшләтеп, бер эске бүлмә яһатты, был бүлмә Иң мөҡәддәс урын булды.


Был бүлмәнең буйы, иңе һәм бейеклеге егермешәр терһәк ине. Сөләймән бүлмәне эстән саф алтын менән ҡаплатты. Кедр ағасынан яһалған ҡорбан усағын да алтын менән көпләтте.


Шулай уҡ кәрәк-яраҡ һаҡлай торған келәттәр, яу арбалары менән аттар тора торған бөтә ҡалаларҙы һалдырҙы. Йәрүсәлимдә һәм Ливанда, үҙе хакимлыҡ иткән бөтә ерҙә нимә теләй, шуларҙы тотош төҙөтөп бөттө.


Хирам үҙенең тәжрибәле диңгеҙселәрен Сөләймәндең кешеләре менән бергә караптарҙа ебәрҙе.


Кедр ағасы бихисап була, сөнки сидондар менән тирҙар Дауытҡа бик күп кедр ағасы ташый.


Сөләймән яу арбалары, һыбайлылар йыя. Уның бер мең дүрт йөҙ яу арбаһы менән ун ике мең һыбайлыһы була. Ул быларҙы яу арбалары өсөн тәғәйенләнгән ҡалаларға һәм Йәрүсәлимдә үҙе эргәһенә урынлаштыра.


Ағас йығыусыларыңдың ашарына егерме мең кор бойҙай, егерме мең кор арпа, егерме мең бат шарап, егерме мең бат зәйтүн майы ебәрәм».


Миңә Ливандан кедр ағасы, кипарис, артыш ағасы ебәр, мин беләм: һинең хеҙмәтселәрең Ливан ағасын бик оҫта әҙерләй. Минең хеҙмәтселәрем һинекеләр менән бергә барыр,


Ташсылар менән балта оҫталарының хеҙмәтенә түләү өсөн көмөш тарата башланылар, Сидон һәм Тир кешеләренә – Фарсы батшаһы Кир рөхсәте менән диңгеҙ буйлап Ливандан Яфоға кедр ағасы ташырға тейешле кешеләргә – ашар-эсер ризыҡ, зәйтүн майы бирҙеләр.


Эй Раббының тоғро бәндәләре, Уға мәҙхиә йырлағыҙ. Мөҡәддәс исеменә рәхмәт уҡығыҙ.


Уларға: – Кәрәк тапһағыҙ, хеҙмәт хаҡымды бирегеҙ, тапмаһағыҙ, бирмәгеҙ, – тинем. Улар миңә утыҙ көмөш үлсәп бирҙе.


Бер кемгә лә яманлыҡҡа ҡаршы яманлыҡ ҡылмағыҙ, киреһенсә, бар әҙәмдәр алдында изге эштәр ҡылырға тырышығыҙ.


Мәсих һәр беребеҙгә һәләтте Үҙе билдәләгәнсә бүләк итеп бирҙе.


Тик батшағыҙ йылҡыларын күбәйтмәһен һәм күп итеп ат һатып алыр өсөн кешеләрҙе Мысырға ебәрмәһен. Сөнки Раббы һеҙгә: «Башҡаса был юлдан кире ҡайтмағыҙ», – тине.


Ниһайәт, имандаштарым, уйҙарығыҙҙы хәҡиҡәткә, ихтирамға, ғәҙеллеккә, сафлыҡҡа, яратыуға, һоҡланыуға, ҡыҫҡаһы, әҙәпкә һәм маҡтауға лайыҡлы эштәргә йүнәлтегеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ