Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 5:5 - Изге Яҙма

5 Раббы атайым Дауытҡа: „Һинең тәхетеңә ултырасаҡ улың Минең исемемә бағышлап йорт һалыр“, – тигәйне. Шуға күрә Аллам Раббыға ғибәҙәт ҡылыр өсөн йорт төҙөргә ниәтләйем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 5:5
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әммә был ҡорамды Миңә һин түгел, ә һинән тыуған улың төҙөр», – тип әйткән.


Хизкияһты тыңламағыҙ, сөнки Ашшур батшаһы былай ти: «Минең менән татыулашығыҙ, минең яҡҡа сығығыҙ – һәр берегеҙ үҙенең йөҙөм тәлгәшенән, үҙенең инжир ағасынан ашар, үҙенең ҡоҙоғонан һыу эсер.


Ул Миңә бағышлап йорт төҙөр, ә Мин уның тәхетен мәңгелеккә нығытырмын.


Минең исемемә бағышланған йортто ул төҙөр. Ул Миңә – улым, ә Мин уға Атай булырмын, Исраил өҫтөндә уның батшалыҡ тәхетен мәңгелеккә нығытырмын», – тине.


Ҡара уны, һине Раббы Изге торлаҡты төҙөр өсөн һайлаған икән, ныҡ бул һәм эшкә тотон.


Раббы былай тине: «Һинең улың Сөләймән Минең йортомдо һәм ихаталарымды төҙөр, сөнки уны Үҙемә ул итеп һайланым һәм Мин уға Атай булырмын.


Күрһәтмәләремде үтәгеҙ, ҡағиҙәләремде тотоғоҙ һәм ғәмәлгә ашырығыҙ, шул саҡта был ерҙә имен йәшәрһегеҙ.


Ер емештәрен бирер, ә һеҙ туйғансы ашарһығыҙ, имен ғүмер итерһегеҙ.


Һәр кем үҙенең йөҙөм тәлгәше, Инжир ағасы аҫтында ултырыр. Уларҙы бер кем ҡурҡытмаҫ, Сөнки Күк ғәскәрҙәре Раббыһы шулай тине.


Ул көндө һәр берегеҙ үҙенең яҡынын йөҙөм, инжир ағастары аҫтында бергәләшеп ултырырға саҡырыр», – тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы.


Исраил имендә йәшәй, Күктәр ысыҡҡа һуғарған Игенгә һәм шарапҡа бай ерҙә Яҡуп нәҫеле бер үҙе ғүмер итә.


Бөтә Исраил халҡы, Дандан алып Беер-Шәвәғкә тиклем һуҙылған ерҙәрҙә, Ғилғәд төбәгендә йәшәгән Исраил халҡы, бөтә йәмғиәт – барыһы бер булып Миспаға Раббы хозурына йыйылды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ