13 Сөләймән батша бөтә Исраилдан утыҙ мең кешене мәжбүри эшкә йыйҙы.
Ахишар – батша һарайы идарасыһы; Адонирам Ғавда улы – мәжбүри эшләүселәр өҫтөнән күҙәтсе.
Сөләймән Раббы ҡорамын, үҙенең һарайын, шулай уҡ Миллоны – Йәрүсәлим диуарын, Хасорҙы, Мегиддоны һәм Гәзәрҙе төҙөү өсөн халыҡты мәжбүри эшкә йәлеп итте.
– Атайың яурындарыбыҙға ауыр йөк һалды. Инде һин михнәтебеҙҙе еңеләйт, беҙҙе ҡалыптан ҡотҡар, шул сағында беҙ һиңә хеҙмәт итербеҙ.
Сөләймән исраилдар ҡырып бөтмәгән һәм илдә ҡалған был халыҡтарҙың тоҡомдарын мәжбүри эшселәр итә. Был хәл бөгөнгө көнгә тиклем шулай.