34 Донъялағы бөтә батшалар, Сөләймәндең зирәклеген ишетеп, уның аҡыллы һүҙҙәрен тыңларға кешеләр ебәрә торған булды.
Шева батшабикәһе Сөләймәндең Раббы исеме арҡаһында ҡаҙанған шөһрәте тураһында ишетеп, уны табышмаҡтар менән һынарға килде.
Ул Ливандағы кедр ағасынан алып таш ҡоймала үҫеп сыҡҡан майағасҡа тиклем һәр үҫемлек хаҡында, йәнлектәр, ҡоштар, һөйрәлеүселәр, балыҡтар тураһында һөйләй ала торғайны.
Шева батшабикәһе Сөләймән тураһында ишетеп, уны табышмаҡтар менән һынарға килә. Ул бик күп ярандары оҙатыуында Йәрүсәлимгә килеп төшә; дөйәләре хуш еҫле май, ғәләмәт күп алтын, аҫылташтар артмаҡлаған була. Батшабикә Сөләймәнгә килә һәм үҙен ҡыҙыҡһындырған бөтә нәмәләр тураһында ла әңгәмәләшә.
Сөләймәндең зиһененә Алла иңдергән аҡылды тыңлар өсөн ерҙәге бөтә батшалар уны күрергә атлығып тора.
Ахырҙа шундай көндәр килер: Раббының йорто торған тау Бөтә тауҙарға баш булыр, Түбәләрҙән юғарыраҡ ҡалҡып торор, Бөтә ҡәүемдәр уға ағылыр.
Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Ул көндәрҙә һәр тел һәм милләттә ун кеше бер йәһүҙиҙең итәгенә йәбешеп: „Һеҙҙең менән барайыҡсы, сөнки Алланың һеҙҙең менән булғанын ишеттек“, – тип әйтер».