Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 4:30 - Изге Яҙма

30 Ул көнсығыштағы һәм Мысырҙағы барлыҡ аҡыл эйәләренән дә аҡыллыраҡ ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 4:30
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ә йәриәләренән тыуған улдарын Ибраһим мул бүләктәр бирҙе лә үҙе иҫән саҡта уҡ көнсығышҡа – шул яҡтағы ерҙәрҙә үҙ аллы йәшәргә ебәрҙе – уларҙы Исхаҡ янынан алыҫҡараҡ оҙатты.


Яҡуп, юлын дауам итеп, көнсығыш халыҡтары йәшәгән ергә етте.


Сөләймән үҙенең байлығы һәм аҡылы менән донъялағы бөтә батшаларҙан да өҫтөнөрәк ине.


Ул ете мең баш ваҡ малға, өс мең дөйәгә, биш йөҙ пар екке үгеҙгә, биш йөҙ инә ишәккә һәм бик күп хеҙмәтселәргә хужа булып, Шәреҡтә йәшәгәндәр араһында иң бөйөк кеше ине.


Күңелемдән: «Бына мин Йәрүсәлимдә үҙемә тиклем хакимлыҡ иткәндәрҙең бөтәһенән күберәк шөһрәт ҡаҙандым, аҡыл йыйҙым, зирәклек һәм белем тупланым», – тинем.


Шуға күрә Мин һине биләмә итеп көнсығыш халыҡтарына бирәм; арағыҙҙа сатырҙарын ҡороп, һинең ереңә төйәкләнерҙәр, емештәреңде ашарҙар, һөтөңдө эсерҙәр.


Батша ниндәй генә һорау бирмәһен һәм ниндәй генә йомаҡтың яуабын һорамаһын, уларҙың аҡылы һәм белеме батшалыҡтағы барлыҡ тылсым һәм сихыр эйәләренән ун тапҡырға өҫтөнөрәк булып сыҡты.


Төшөмдә, үҙ түшәгемдә йоҡлап ятҡанда, мин бына нимә күрҙем. Донъяның тап уртаһында Ғәжәйеп бейек ағас тора.


Ғайса Йәһүҙиә ерендәге Бейт-Ләхәм ҡалаһында Һируд батша идара иткән заманда тыуҙы. Ошо мәлдәрҙә көнсығыштан Йәрүсәлимгә аҡыл эйәләре килде.


Һируд, үҙенең аҡыл эйәләре тарафынан алданғанын аңлап, бик ныҡ ярһыны. Ул, аҡыл эйәләренең һүҙенә таянып, Баланың йәшен билдәләне лә, Бейт-Ләхәмдәге һәм уның тирәһендәге ике йәшкә тиклемге бөтә ир балаларҙы үлтерергә бойороп, үҙенең кешеләрен ебәрҙе.


Муса Мысыр иленең бөтә ғилемдәренә өйрәтелә, һүҙҙә лә, эштә лә ҡеүәтле була.


Шул арала барлыҡ мидйәндәр, ғәмәлектәр һәм башҡа көнсығыш халыҡтары берләште лә, Иорданды кисеп сығып, Изреғил үҙәнендә туплам булып торҙо.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ