3 Шиша улдары Әлихореф менән Ахияһ – кәтиптәр; Йеһошафат Ахилуд улы – дәүләттең йылъяҙмасыһы;
Йоав бөтә Исраил ғәскәренең башлығы ине. Йеһоядағ улы Бенаяһ керетиҙәр менән пелеҫиҙәргә етәкселек итте.
Серуяһ улы Йоав – ғәскәр башлығы, Ахилуд улы Йеһошафат – йылъяҙмасы,
Дауыт Дамаск арамиҙарының ерендә һаҡсы ғәскәрҙәр ҡуя; арамиҙар, уға буйһоноп, яһаҡ түләй. Дауыт ҡайҙа ғына яу сапһа ла, Раббы уны еңеүгә ирештерә.
Диуарҙарыңа, эй Йәрүсәлим, Мин һаҡсылар ҡуйҙым. Көнөн-төнөн уларҙың тауышы тынмаҫ. Эй Раббының иҫенә төшөрөп тороусылар, Һеҙ ҙә үҙегеҙгә тынғылыҡ бирмәгеҙ!
Эфод йөрөтөүсе Ахияһ та улар араһында ине. Ул – Ихаводтың туғаны Ахитувтың улы. Ихавод иһә элек Шилола Раббының ҡаһины булған Ғәлиҙең улы Пинхастан тыуғайны. Халыҡ Йонаҫандың киткәнен белмәне.