28 Ун ике түрәнең һәр ҡайһыһы, үҙенә бирелгән бойороҡ буйынса, тәғәйен урынға екке аттары һәм саптар аттар өсөн арпа менән һалам килтереп торҙо.
Ун ике өлкә башлығының һәр береһе билдәле бер айҙа Сөләймән батшаны һәм уның менән табындаш булғандарҙың барыһын һәр төрлө ризыҡ-әүҡәт менән тәьмин итте. Һис бер нәмәлә наҡыҫлыҡ булманы.
Ахашверош батша исеменән яҙылған был хаттар, батша йөҙөгө менән мөһөрләнгәндән һуң, батшаның йылҡы өйөрөндәге иң саптар аттарға атланған сапҡындары менән оҙатылды.
Батшаның саптар аттарына атланған сапҡындар батша бойороғо менән кисекмәҫтән юлға сыҡты. Фарман Шушан ҡәлғәһендә лә уҡып ишеттерелде.
Эй Лахишта йәшәгәндәр, Аттарығыҙҙы яу арбаларына егегеҙ. Сион-ҡыҙҙың гонаһының башы һеҙ булдығыҙ, Сөнки Исраилдың енәйәттәренә һеҙ ғәйепле.