27 Ун ике өлкә башлығының һәр береһе билдәле бер айҙа Сөләймән батшаны һәм уның менән табындаш булғандарҙың барыһын һәр төрлө ризыҡ-әүҡәт менән тәьмин итте. Һис бер нәмәлә наҡыҫлыҡ булманы.
Сөләймәндең арбаға егә торған аттары өсөн ҡырҡ мең аҙбары һәм ун ике мең һыбайлыһы бар ине.
Ун ике түрәнең һәр ҡайһыһы, үҙенә бирелгән бойороҡ буйынса, тәғәйен урынға екке аттары һәм саптар аттар өсөн арпа менән һалам килтереп торҙо.
Батша хеҙмәтендә булған исраилдарҙың ғаилә башлыҡтары, мең баштары һәм йөҙ баштары, мөдирҙәр исемлеге түбәндә бирелә. Егерме дүртәр мең яугирҙән торған төркөмдәр батшаға уның бөтә эштәрендә йыл әйләнәһенә берәр ай сиратлап хеҙмәт итә.
Ҡайһыларын мең башы, ҡайһыларын илле башы итер. Ерен һөрҙөрөр, игенен урҙырыр. Һуғыш ҡоралы, яу арбалары өсөн кәрәк-яраҡ оҫталарҙар.