25 Уның заманында Дандан Беер-Шәвәғкә тиклем булған Йәһүҙә һәм Исраилда һәр кем үҙенең йөҙөм һәм инжир ағастары аҫтында рәхәтләнеп етеш йәшәне.
Шуға күрә кәңәшем ошо: Дандан алып Беер-Шәвәғкә тиклем һуҙылған бөтә Исраил һинең тарафыңда тупланһын. Халыҡ диңгеҙ буйындағы ҡом һымаҡ күп бит! Һин уларҙы алышҡа үҙең алып барырһың.
Бынан һуң Раббы исраилдарға шул көндөң иртәһенән алып билдәләнгән ваҡытҡа тиклем үләт ебәрҙе. Дандан Беер-Шәвәғкә тиклем етмеш мең кеше ҡырылды.
Хизкияһты тыңламағыҙ, сөнки Ашшур батшаһы былай ти: «Минең менән татыулашығыҙ, минең яҡҡа сығығыҙ – һәр берегеҙ үҙенең йөҙөм тәлгәшенән, үҙенең инжир ағасынан ашар, үҙенең ҡоҙоғонан һыу эсер.
Бына һинең улың тыуыр: ул тыныслыҡ кешеһе булыр. Мин уны уратып алған бөтә дошмандарынан тыныслыҡ бирермен, шуға күрә уның исеме Сөләймән булыр. Уның осоронда Исраилға тыныслыҡ һәм именлек бирермен.
Башҡаса ереңдә йәбер-золом, Биләмәңдә ҡыйралыш, Бөлгөнлөк тураһында ишетелмәҫ. Диуарҙарыңды „Ҡотолоу“ тип атарһың, Ҡапҡаларыңа „Маҡтау“ тигән исем бирерһең.
әйтерһең: „Диуарҙар менән уратып алынмаған ауылдары булған илгә, бер хәүефһеҙ рәхәт йәшәгән кешеләргә ҡаршы барайым. Уларҙың диуарҙары ла, ҡапҡалары ла, арҡыры биктәре лә юҡ.
Үҙ ерҙәрендә имен-аман йәшәгәндә, уларҙы ҡурҡытҡан һис кем булмағанда үҙҙәренең хурлығын, Миңә ҡарата тоғро булмағандарын оноторҙар.
Һәр кем үҙенең йөҙөм тәлгәше, Инжир ағасы аҫтында ултырыр. Уларҙы бер кем ҡурҡытмаҫ, Сөнки Күк ғәскәрҙәре Раббыһы шулай тине.
Ул көндө һәр берегеҙ үҙенең яҡынын йөҙөм, инжир ағастары аҫтында бергәләшеп ултырырға саҡырыр», – тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы.
Бөтә Исраил халҡы, Дандан алып Беер-Шәвәғкә тиклем һуҙылған ерҙәрҙә, Ғилғәд төбәгендә йәшәгән Исраил халҡы, бөтә йәмғиәт – барыһы бер булып Миспаға Раббы хозурына йыйылды.
Дандан алып Беер-Шәвәғкә тиклем бөтә Исраил Шемуилдың Раббының ысын пәйғәмбәре икәнлеген белде.