22 Көн һайын Сөләймәндең һарайына утыҙ кор ваҡ ҡына итеп тарттырылған яҡшы он, алтмыш кор эре тарттырылған он,
табынындағы зиннәтле ризыҡтарҙы, ярандарының ни рәүешле ултырыуын, матур итеп кейенгән хеҙмәтселәренең һәм шарап ҡойоусыларының үҙҙәрен тотошон, Раббы ҡорамында килтерелгән тотош яндырыу ҡорбандарын күреп, һушы-аҡылы китте.
Евфрат йылғаһынан пелешти ерҙәренә һәм Мысыр сиктәренә тиклем йәйрәп ятҡан бөтә батшалыҡтар Сөләймәндең ҡул аҫтында булды. Улар барыһы ла Сөләймәнгә ғүмере буйы хеҙмәт итте һәм яһаҡ түләне.
махсус һимертелгән ун башмаҡ, көтөүҙә йөрөгән егерме башмаҡ, йөҙ һарыҡ һәм быларҙан тыш болан, ғәзәл, сайғаҡ, һимертелгән ҡош-ҡорт кәрәк ине.
Сөләймән иһә һәр йыл Хирамдың һарайына егерме мең кор бойҙай, егерме кор ҡул менән һығылған таҙа зәйтүн майы оҙатып торҙо.
табынындағы зиннәтле ризыҡтарҙы, ярандарының ни рәүешле ултырыуын, матур итеп кейенгән хеҙмәтселәренең һәм шарап ҡойоусыларының үҙҙәрен тотошон, Раббы ҡорамында килтерелгән тотош яндырыу ҡорбандарын күреп, һушы-аҡылы китә.
Бер көнгә бына ни тиклем аҙыҡ әҙерләнә торғайны: бер үгеҙ, һайлап алынған алты һарыҡ һәм ҡош-ҡорт бешерелә, ун көнгә бер тапҡыр һәр төрлө бик күп шарап килтерелә ине. Шуға ҡарамаҫтан, мин өлкә башлығына тейешле аҙыҡ-түлекте талап итмәнем, халыҡтың йөгө былай ҙа ауыр ине.
белем иһә бүлмәләрҙе затлы һәм күркәм әйберҙәр менән тултырыр.
Көн оҙоно эшләгәндең, аҙ ашағанмы ул, күп ашағанмы, йоҡоһо тыныс, ә бай байлығын хәстәрләп йоҡонан ҡала.
Батша был үҫмерҙәргә көн һайын батша өҫтәленән ризыҡ һәм үҙе эскән шарапты бирергә бойорҙо. Өс йыл тәрбиәләгәндән һуң улар батша хозурына киләсәк ине.
Ҡайһыларын мең башы, ҡайһыларын илле башы итер. Ерен һөрҙөрөр, игенен урҙырыр. Һуғыш ҡоралы, яу арбалары өсөн кәрәк-яраҡ оҫталарҙар.