21 Евфрат йылғаһынан пелешти ерҙәренә һәм Мысыр сиктәренә тиклем йәйрәп ятҡан бөтә батшалыҡтар Сөләймәндең ҡул аҫтында булды. Улар барыһы ла Сөләймәнгә ғүмере буйы хеҙмәт итте һәм яһаҡ түләне.
Шул көндө Раббы Ибрам менән килешеү төҙөнө һәм былай тине: – Мысыр йылғаһынан алып бөйөк Евфрат йылғаһына тиклемге ошо ерҙе – ҡыниҙар, ҡынизиҙар, ҡадмониҙар, хиттиҙәр, перизиҙәр, рефалар, әмөриҙәр, ҡәнғәниҙәр, гиргашиҙәр һәм йевусиҙәрҙең бөтә ерен һинең нәҫелеңә бирәсәкмен.
Ул шулай уҡ Моав халҡын да тар-мар итте. Уларҙы ергә ятҡырып, бау менән үлсәне – өстән ике өлөшөн үлтерҙе, өсөнсө өлөшөн тере ҡалдырҙы. Шулай итеп, моавтар Дауытҡа буйһондо һәм уға яһаҡ түләй башланы.
Дауыт Дамаск арамиҙарының ерендә һаҡсы ғәскәрҙәр ҡуйҙы; арамиҙар, уға буйһоноп, яһаҡ түләне. Дауыт ҡайҙа ғына яу сапһа ла, Раббы уны еңеүгә ирештерҙе.
– Атайың яурындарыбыҙға ауыр йөк һалды. Инде һин михнәтебеҙҙе еңеләйт, беҙҙе ҡалыптан ҡотҡар, шул сағында беҙ һиңә хеҙмәт итербеҙ.
Һорамағаныңды ла бирәм һиңә: йәшәгән осороңда бер генә батша ла ирешә алмаған мал-мөлкәткә эйә булырһың һәм дан ҡаҙанырһың.
Көн һайын Сөләймәндең һарайына утыҙ кор ваҡ ҡына итеп тарттырылған яҡшы он, алтмыш кор эре тарттырылған он,
Сөләймән Тифсахтан Газаға тиклем, Евфрат йылғаһының көнбайышында ятҡан бөтә батшалыҡтарға идара итте. Һәр тарафта тыныслыҡ булды.
Ашшур батшаһы Шалманасар Һошеяғҡа яу менән килде. Һошеяғ уға буйһондо һәм яһаҡ түләй башланы.
Раббы уның батшалығын нығыта. Бөтә йәһүҙиҙәр Йеһошафатҡа бүләктәр килтерә һәм ул бик бай һәм данлыҡлы була.
Күптәр Йәрүсәлимгә Раббыға тип бүләктәр, Йәһүҙә батшаһы Хизкияһҡа затлы әйберҙәр килтерә. Ошо хәлдәрҙән һуң уның бар халыҡтар алдында абруйы үҫә бара.
Йәрүсәлимдә бөтә Евфрат йылғаһы аръяғын биләп торған ҡеүәтле батшалар булғанлығын, уларға яһаҡ, һалым, юл һалымы түләп торғандарын белдем.
Әйҙә исемдәре тормош китабынан һыҙылһын, Тәҡүәләр менән йәнәшә яҙылмаһын!
Шунан үҙ-үҙемә әйттем: «Бына нимә минең өсөн хәсрәт: Юғарыларҙан Юғары уң ҡулы менән Беҙгә элекке һымаҡ ярҙам күрһәтмәй».
Мин һиңә Ҡамышлы диңгеҙҙән алып Евфрат йылғаһына ҡәҙәр йәйелеп ятҡан ерҙәрҙе бирермен, бер яҡтан ул пелештиҙәр диңгеҙе, икенсе яҡтан сүл менән сикләнер. Был ерҙәге халыҡтарҙың бөтәһен дә ҡулыңа тапшырырмын, һәм һин уларҙы алдыңдан ҡыуып ебәрерһең.
Алла ихтыярынан башҡа кем ашап-эсә, ләззәт таба алһын?
Хисапһыҙ күп халҡы булған ҡала Япа-яңғыҙ ташлап ҡалдырылған! Ҡәүемдәр араһында бөйөк һаналған Инде тол ҡатынға оҡшаш. Өлкәләр араһында батшабикә булған Был ҡала ҡоллоҡҡа төшкән.
Алтын-көмөш менән биҙәндең, кейемдәрең нәфис етендән, сигелгән затлы туҡыманан булды. Иң яҡшы бойҙай ононан бешерелгән икмәк, бал да май ашаның, иҫ киткес күркәм инең, батшабикәгә оҡшап ҡалдың.
Аяғығыҙ баҫҡан һәр ер һеҙҙеке булыр; сиктәрегеҙ сүлдән Ливанға, Евфрат йылғаһынан көнбайыш диңгеҙгә тиклем һуҙылыр.
Сүллектән һәм Ливан тауҙарынан Евфрат тигән бөйөк йылғаға тиклем ерҙәр (хиттиҙәрҙең бөтә илен дә индереп), көнбайыш тарафтан Бөйөк диңгеҙгә тиклем бөтә ерҙәр һеҙҙеке буласаҡ.
Ләкин ҡайһы бер алама кешеләр: – Шул беҙҙе ҡотҡара алыр тиһеңме? – тип Шаулды һанға һуҡманы һәм уға бүләктәр килтермәне. Әммә Шаул быны ишетмәмешкә һалышты.