19 Гевер Ури улы Ғилғәдтә, әмөриҙәр батшаһы Сихондың, Башан батшаһы Ғоғтың ерҙәрендә идарасы булды. Йәһүҙәнең үҙендә өлкә башлығы бар ине.
– Шунан һуң, Ҡедемоҫ сүленән Хешбон батшаһы Сихонға тыныслыҡ тәҡдим итер өсөн, илселәремде ебәрҙем, – тип дауам итте Муса. – Былай тип әйтергә ҡуштым:
Ана шул ваҡытта беҙ әмөриҙәрҙең ике батшаһы ҡулынан Иордандың аръяғында Арнон үҙәненән Хермон тауына тиклем булған ерҙәрҙе яулап алдыҡ.
Исраилдар Иордандан көнсығышҡа – Арнон үҙәненән Хермон тауына тиклем, Ғарава тигеҙлегенең көнсығыш өлөшөн дә индереп, йәйрәп ятҡан ерҙәрҙең батшаларын тар-мар итте һәм ул ерҙәрҙе үҙҙәренә тартып алды. Бына ул батшаларҙың исемлеге:
Раббы ҡоло Муса һәм исраилдар был батшаларҙы тар-мар итте. Муса уларҙың ерҙәрен Рәүвән менән Ғад ырыуҙары һәм Менашше ырыуының яртыһына биләмә итеп бирҙе.