12 Бағана Ахилуд улы – Тағанах, Мегиддо, Изреғилдән түбәнерәк урынлашҡан Сареҫан янындағы бөтә Бейт-Шеан, Бейт-Шеандан Авел-Мехола һәм хатта Йоҡмеғамдың аръяғына тиклем һуҙылған өлкәлә;
Раббының ҡөҙрәте иңгән Ильяс, кейеменең сабыуҙарын билбауына ҡыҫтырҙы ла, Изреғилгә еткәнсе Ахав алдынан йүгереп барҙы.
Нимши улы Йеһуҙы иһә Исраилға батша итеп мәсехлә, Авел-Мехолалағы Шафат улы Ильясиғинды үҙеңдең урыныңа пәйғәмбәрлеккә бағышла.
Батша уларҙы Иордан үҙәнендә Суккоҫ менән Сареҫан араһындағы урында, балсыҡта яһалған ҡалыптарҙа ҡойҙорҙо.
Йоҡмеғам, Бейт-Хорон,
Ҡәдәш батшаһы, Кармәл янындағы Йоҡнеғам батшаһы,
Исасхар менән Ашер ерҙәрендә Менашшеға улар тирәһендәге ауылдары менән бергә Бейт-Шеан, Йивлеғам; улар тирәһендәге ауылдары менән бергә Дор, Ғейн-Дор, Тағанах һәм Мегиддола йәшәүселәр бирелде. Улар өс ҡалҡыулыҡты тәшкил итә ине.
йылғаның үрге яғынан ағып килгән һыу алыҫта, Сареҫан эргәһендәге Адам ҡалаһы янында туҡталды һәм диуар булып ҡалҡты. Түбән яҡтағы Ғарава диңгеҙенә, Тоҙло диңгеҙгә, аҡҡан һыу ағып бөттө һәм йылға төбө ҡороп ҡалды. Халыҡ Йерихо ҡалаһы ҡаршыһында йылға аша аръяҡҡа сыҡты.
Бына батшалар алышҡа сыҡты, Тағанахта, Мегиддо һыуҙары янында Ҡәнғән батшалары һуғышты, Тик уларға көмөш тәтемәне!
Өс йөҙ кеше борғо ҡысҡыртҡан арала Раббы бөтә тупламдағыларҙың ҡылысын бер-береһенә ҡаршы йүнәлтте. Шунан мидйән ғәскәрҙәре Серераға табан – Бейт-Һашиттаға табан ҡасырға тотондо. Улар Таббаҫ эргәһендәге Авел-Мехола ҡалаһының сигенә еткәнсе ҡасты.
Әммә Шаулдың ҡыҙы Меравты Дауытҡа бирергә ваҡыт еткәс, ул Мехола ҡалаһынан Ғадриил тигән кешегә кейәүгә бирелде.
Шаулдың ҡоралдарын Ғаштареҫтың ҡорамына ҡуйҙылар, ә мәйетен Бейт-Шеан ҡалаһының диуарына ҡаҙаҡланылар.
ҡаланың ғәйрәтле ирҙәре аяҡҡа баҫты һәм, төнө буйы барып, Шаул менән уның улдарының кәүҙәләрен Бейт-Шеан диуарынан алдылар ҙа Явешҡа алып ҡайтып яндырҙылар.