Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 3:5 - Изге Яҙма

5 Ғивғонда сағында Алла Раббы төндә Сөләймәндең төшөнә инеп: – Минән теләгәнеңде һора, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 3:5
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Исраил Аллаһы Раббының уға ике тапҡыр күренеп: «Башҡа илаһтарға табынма!» – тип киҫәтеүенә ҡарамаҫтан, Сөләймән Раббы юлынан тайпылды, Уның бойороғона әһәмиәт бирмәне. Шул арҡала Раббы Сөләймәнгә асыуланды.


Раббы уға Ғивғондағы кеүек тағы бер тапҡыр күренде.


– Инде һүҙемде тыңлағыҙ! – тине Раббы. – Арағыҙҙа Раббы пәйғәмбәре булһа, Мин уға күренмештә асылам, Уның менән төшөндә һөйләшәм.


Ошо турала уйлағандан һуң, төшөнә Раббы фәрештәһе инә. – Йософ, Дауыт улы! Мәрйәмде кәләш итеп алыуҙан ҡурҡма, – ти ул. – Уның ҡарынындағы Бала Изге Рухтан яралды.


Аҡыл эйәләре ҡайтып киткәс, Йософтоң төшөнә Раббы фәрештәһе инде. – Тор, Бала менән Уның әсәһен ал да Мысырға ҡас. Мин һиңә хәбәр биргәнгә тиклем шунда булып тор, сөнки Һируд, Баланы эҙләп табып, үлтерергә ниәтләй, – тине ул.


Һируд үлгәндән һуң, Мысырҙа Раббы фәрештәһе Йософтоң төшөнә инде. Ул:


– Һеҙҙең өсөн нимә эшләүемде теләйһегеҙ?


Шуға күрә һеҙгә әйтәм: доға ҡылғанда ни һораһағыҙ ҙа, алдым, тип ышанығыҙ – һәм һеҙгә бирелер.


Мине һеҙ һайламанығыҙ, ә Мин һеҙҙе һайлап алдым; емеш килтерегеҙ һәм емешегеҙ һәр ваҡыт булып торһон тип, һеҙҙе Мин тәғәйенләп ҡуйҙым. Шулай итеп, Минең исемемдән Атанан нимә генә һораһағыҙ ҙа, Ул һеҙгә бирер.


Ә инде Миндә йәшәһәгеҙ һәм Минең һүҙҙәрем һеҙҙә йәшәһә, ул саҡта теләгәнегеҙҙе һорағыҙ һәм һеҙгә бөтәһе лә бирелер.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ