4 Батша ҡорбан салыр өсөн Ғивғон ҡалаһына йүнәлде, сөнки иң мөһим табыныу ҡалҡыулығы шунда ине. Сөләймән ошондағы ҡорбан усағында меңләп тотош яндырыу ҡорбаны килтерҙе.
Ҡаһиндар менән левиҙәр Раббы һандығын, Осрашыу сатырын, сатырҙағы бөтә изге әйберҙәрҙе алып китте.
Сөләймән татыулыҡ ҡорбаны итеп Раббыға егерме ике мең баш үгеҙ, йөҙ егерме мең һарыҡ тәкәһе килтерҙе. Шулай итеп, батша һәм бөтә халыҡ Раббы йортон изгеләндерҙе.
Раббы уға Ғивғондағы кеүек тағы бер тапҡыр күренде.
Ә Садоҡ ҡаһин менән уның нәҫелендәге ҡаһиндарҙы Ғивғондағы ҡалҡыулыҡта урынлашҡан Раббының изге сатыры янында хеҙмәткә ҡалдыра.
Муса сүлдә саҡта яһаған Раббы сатыры менән тотош яндырыу ҡорбаны усағы был ваҡытта Ғивғон эргәһендәге табыныу ҡалҡыулығында була.
Сөләймән бөтә исраилдарҙы – мең һәм йөҙ баштарын, хөкөмдарҙарҙы, Исраилдың бөтә түрәләрен, ғаилә башлыҡтарын саҡырта.
Шунан бөтә йыйынды эйәртеп Сөләймән Ғивғондағы табыныу ҡалҡыулығына йүнәлә, сөнки унда Алланың әүәл Раббы ҡоло Муса сүлдә яһатҡан Осрашыу сатыры була.
сөнки Йәһүҙә батшаһы Хизкияһ йыйылыусыларға мең баш үгеҙ башмаҡ менән ун мең баш ваҡ мал; түрәләр шулай уҡ йыйын өсөн мең баш үгеҙ башмаҡ менән ун мең баш ваҡ мал бирә. Ҡаһиндарҙың да күптәре изгеләнә.
Сөләймән батша егерме ике мең баш үгеҙ, йөҙ егерме мең һарыҡ тәкәһен ҡорбан ҡыла. Шулай итеп, батша һәм бөтә халыҡ Алла йортон изгеләндерә.
Ҡорбандарҙы яндырырға Ливан урмандары ла етерлек түгел, Уға тотош яндырыу ҡорбаны килтереү өсөн Ундағы хайуандар ҙа аҙ.
Шул уҡ йылдың бишенсе айында, Йәһүҙә батшаһы Сидкияһ хакимлығының башында, дүртенсе йылында, Ғивғондан Ғаззур улы Хананъяһ пәйғәмбәр Раббы йортонда ҡаһиндар һәм бөтә халыҡ алдында миңә былай тине:
Адони-Садиҡ үҙе лә, халҡы ла ҡурҡыуға ҡалды, сөнки Ғивғон ҙур ҡала – ҡайһы бер батшалыҡтарҙың баш ҡалаһынан ҡайтыш түгел, хатта Ғайҙан ҙурыраҡ та, ә уның кешеләре – ҡыйыу яугирҙәр ине.
Түбәндәге ҡалалар нәҫелдәренә күрә Бинйәмин ырыуына ҡарай: Йерихо, Бейт-Хогла, Ғемәҡ-Ҡесис,
Ә Ғивғон кешеләре, Йушағтың Йерихо һәм Ғай менән нимә эшләгәнен ишетеп,
Шуның өсөн Шаул: – Тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандарын миңә алып килегеҙ, – тип бойорҙо. Шунан ул тотош яндырыу ҡорбаны ғәмәлен башҡарҙы.