21 Иртәгәһен улымды имеҙергә тип торғайным, уның үле икәнен күрҙем. Яҡтырғас, яҡшылап ҡарағайным, минең балам түгеллеген аңланым.
Тағы былай тине: – Берәйһе Ибраһимға, Сара бала имеҙәсәк, тиһә, һис ышанмаҫ ине. Бына мин уға ҡартайған көнөмдә ул табып бирҙем!
Мин ҡолоң йоҡлаған арала, ул, баламды ҡуйынымдан алып, үҙенең янына ятҡырған, ә үле сабыйҙы минең эргәмә һалған.
– Юҡ, – тине икенсе ҡатын. – Тере бала – минеке, үлгәне – һинеке! – Юҡ, тере ҡалған бала – минең улым, үлгәне һинеке! – тине беренсеһе. Шулай итеп батша алдында тағы талашып киттеләр.
– Нисек ҡулай күрәһең, шулай эшлә, – тине уға ире Әлҡана. – Имсәк ташлатҡанға тиклем ҡал. Раббы әйткәнеңде ғәмәл ҡылһын. Ҡатын өйҙә ҡалды һәм улын күкрәгенән айырғанға тиклем имеҙҙе.