Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 3:2 - Изге Яҙма

2 Халыҡ төрлө табыныу ҡалҡыулыҡтарында ҡорбан салды, сөнки ул ваҡытта Раббы исеменә бағышланған ҡорам төҙөлмәгәйне әле.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 3:2
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Улар ҙа һәр бер ҡалҡыулыҡта, һәр бер суҡ япраҡлы ағас аҫтында үҙҙәренә ялған илаһтарға ғибәҙәт ҡылыу урындары төҙөнөләр, табыныу бағаналары һәм Ашераға бағышлап ҡолғалар ҡуйҙылар.


Табыныу ҡалҡыулыҡтары һаман элеккесә ҡала бирҙе, шулай ҙа Асаның йөрәге бөтә ғүмере буйы Раббыға тоғро булды.


Йеһошафат атаһы Асаның юлынан тайпылманы, Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡылды. Ләкин әлегә табыныу ҡалҡыулыҡтары юҡ ителмәгәйне; халыҡ һаман уларҙа ҡорбан салып, хуш еҫ төтәтеүен дауам итте.


Йеһошафат Исраил батшаһы менән татыу йәшәне.


«Үҙең белмәгән ни бар, атайым Дауыт эргә-тирәләге халыҡтар менән һуғыш алып барырға мәжбүр булғанлыҡтан, Аллаһы Раббы исеменә бағышлап ҡорам төҙөй алманы. Инде Раббы уның дошмандарын аяҡ аҫтына бырғаны.


Йоаш ҡаһиндарға: – Раббы ҡорамына изге саҙаҡа рәүешендә килтерелгән бөтә көмөштө: кеше башынан түләнгән мәжбүри һалымды, вәғәҙә ителгән нәҙерҙәрҙе һәм халыҡтың үҙ ихтыяры менән биргән бүләктәрен туплағыҙ.


Исраилда табыныу ҡалҡыулыҡтары һаман элеккесә ҡала бирә, шулай ҙа Асаның йөрәге бөтә ғүмере буйы Аллаға тоғро була.


Әммә халыҡ, үҙенең Аллаһы Раббыға бағышлаһа ла, ҡорбанды һаман табыныу ҡалҡыулыҡтарында килтереүен дауам итә.


Сит илаһтарға табыныу ҡалҡыулыҡтарығыҙҙы, хуш еҫ төтәтә торған ҡорбан усаҡтарығыҙҙы туҙҙырырмын, мәйеттәрегеҙҙе боттарығыҙҙың емереклектәренә ырғытырмын, күңелемдә һеҙгә нәфрәт һаҡлармын.


Тотош яндырыу ҡорбандарын теләһә ниндәй урында килтереүҙән һаҡ булығыҙ.


– Эйе, ана, алдығыҙҙа. Тик тиҙерәк барығыҙ. Бөгөн ул ҡалаға килде, сөнки халыҡ табыныу ҡалҡыулығында ҡорбан килтерә, – тип яуапланы ҡыҙҙар. –


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ