Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 3:15 - Изге Яҙма

15 Уянып киткәс, Сөләймән күргәндәренең төш икәнен аңланы. Йәрүсәлимгә ҡайтҡас, Раббы Хакимдың Килешеү һандығы эргәһенә баҫты, тотош яндырыу, татыулыҡ ҡорбандары килтерҙе, унан үҙенең бөтә хеҙмәтселәре өсөн мәжлес йыйҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 3:15
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Яҡуп йоҡоһонан уянды ла: – Хаҡтыр бына, Раббы булған урын да баһа был, ә мин шуны белмәгәнмен дә, – тине. Шунан ул шомланып:


Шунан Яҡуп тауҙа ҡорбан килтереп, туғандарын мәжлескә саҡырҙы. Ашап-эскәндән һуң, улар шул тауҙа йоҡларға ҡалды.


Өс көндән һуң фирғәүендең тыуған көнө ине. Ул һарай әһелдәре өсөн мәжлес ойошторҙо һәм шулар алдында баш шарап ҡойоусы менән баш икмәксене юғары күтәрҙе –


бына ғәләмәт, ошо буш башаҡтар ашлыҡ бөртөктәре менән тулы теге башаҡтарҙы йотто ла ҡуйҙы. Шундай төштәр күреп уянды фирғәүен.


Бер көндө батша алдына ике фәхишә килеп баҫты.


Сөләймән татыулыҡ ҡорбаны итеп Раббыға егерме ике мең баш үгеҙ, йөҙ егерме мең һарыҡ тәкәһе килтерҙе. Шулай итеп, батша һәм бөтә халыҡ Раббы йортон изгеләндерҙе.


Аллабыҙ Раббы хозурында Сөләймән менән бергә бөтә Исраил – Лево-Хамаҫтан алып Мысыр сигендәге йылғаға тиклем йәшәгән барса халыҡ – ҙур йыйын булып ете көн байрам итте. Ете көн, унан тағы ете көнгә, йәмғеһе ун дүрт көнгә һуҙылған оло бер байрам булды.


һәм бар исраилдарға – ир-аттарға ла, ҡатын-ҡыҙҙарға ла, берәр икмәк, берәр киҫәк ит һәм йөҙөм көлсәһе өләшеп сыға.


Сөләймән батша егерме ике мең баш үгеҙ, йөҙ егерме мең һарыҡ тәкәһен ҡорбан ҡыла. Шулай итеп, батша һәм бөтә халыҡ Алла йортон изгеләндерә.


батшалыҡ итеүенең өсөнсө йылында үҙенең вәзир-бәктәре һәм яҡындары өсөн мәжлес ойошторҙо. Фарсы һәм Мадайҙың ғәскәр башлыҡтары, юғары ҡатлам кешеләре, өлкә башлыҡтары батша мәжлесенә йыйылды.


Шул саҡ мин уянып киттем дә тирә-яғыма ҡараным, төшөм шундай татлы ине.


Белшассар батша үҙенең бер мең вәзир-бәге өсөн оло мәжлес ойошторҙо һәм улар менән бергә шарап эсте.


– Инде һүҙемде тыңлағыҙ! – тине Раббы. – Арағыҙҙа Раббы пәйғәмбәре булһа, Мин уға күренмештә асылам, Уның менән төшөндә һөйләшәм.


Әммә бына Һирудиас өсөн уңайлы көн килде. Һируд үҙенең тыуған көнө айҡанлы юғары дәрәжәле түрәләрҙе, ғәскәриҙәр башлыҡтарын һәм Галилеяның мәртәбәле кешеләрен мәжлескә саҡырҙы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ