14 Әгәр һин дә атайың Дауыт кеүек ҡағиҙәләремә һәм бойороҡтарыма буйһоноп, Минең юлымдан йөрөһәң, оҙон ғүмер ҙә бирермен.
Әммә бойороҡтарыма һәм ҡағиҙәләремә тоғро ҡалған һәм Үҙем һайлап алған ҡолом Дауыт хаҡына Сөләймәндең ҡулынан батшалыҡты тотош тартып алмайым. Үҙе тере саҡта тәхет унда ҡалыр.
Сөнки, хитти Урияһҡа ҡарата булған ҡылығын һанамағанда, Дауыт ғүмеренең ахырына тиклем Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр эшләне, Раббының ҡушҡандарынан тайпылманы.
Сөләймән атаһы Дауыттың васыяты буйынса йәшәп, Раббыға һөйөүен раҫланы, табыныу ҡалҡыулыҡтарында ғына ҡорбан салды, хуш еҫ төтәҫләне.
Сөләймән Уға: – Һин атайым Дауытҡа, Үҙеңдең ҡолоңа, Һиңә тоғро булғаны, ихлас күңелдән Һинең юлыңдан йөрөгәне өсөн бөйөк һәм тоғро мөхәббәтеңде күрһәттең, – тип яуап ҡайтарҙы. – Уны Үҙеңдең оло мәрхәмәтеңдән ҡалдырмай, бөгөн тәхетендә ултыртыр өсөн бер ул бирҙең.
Әгәр ул әлеге кеүек Минең бойороҡ-ҡанундарымды еренә еткереп үтәһә, Мин уның батшалығын мәңгегә нығытырмын», – шулай тип әйтте Раббы.
Һин, Сөләймән улым, атайыңдың Аллаһын бел һәм уға бөтөн йөрәгең һәм бар булмышың менән хеҙмәт ит, сөнки Раббы бөтә йөрәктәрҙе һынап ҡарай һәм уйҙарҙың һәр ынтылышын аңлай. Әгәр Уны эҙләһәң – табырһың, ә инде Уны ташлаһаң, Ул һинән бөтөнләй ваз кисер.
Хизкияһ та боронғо бабаһы Дауыт һымаҡ уҡ Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡыла.
Йошияһ Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡыла, боронғо бабаһы Дауыттың юлын тота, уңға ла, һулға ла тайпылмай.
Һин ни ҡәҙәр мөҡәддәсһең! Исраилдың маҡтауҙары өҫтөнә тәхет ҡорғанһың.
Һиңә инанды аталарыбыҙ, Ышандылар – Һин уларҙы азат ҡылдың.
Улар әйтер: «Раббы хаҡ, Ул – ҡаям минең; Унда тамсы ла ғәҙелһеҙлек юҡ».
Уның уң ҡулында – оҙон ғүмер, һул ҡулында байлыҡ менән шөһрәт булыр.
сөнки улар ғүмереңде оҙонайтыр, имен йәшәр йылдарыңды арттырыр.
– Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Әгәр Минең юлымдан йөрөһәң, ҡушҡандарымды теүәл үтәһәң, йортомда етәкселек итерһең, ихаталарымды ла һин ҡарарһың. Мин һиңә ошонда торғандар араһында йөрөргә хоҡуҡ бирермен.
Уны тәхеттән төшөргәс, батша итеп Дауытты ҡуйған һәм уның хаҡында: «Мин күңелемә хуш килгән Ишай улы Дауытты таптым. Ул Мин нимә теләһәм, шуны эшләр», – тигән.
Герең дә, үлсәүең дә дөрөҫ һәм теүәл булһын. Шул саҡта Аллағыҙ Раббы һеҙгә бирәсәк ерҙә ғүмерең оҙон булыр.
Аллаң Раббы бойорғанса, атайың менән әсәйеңде хөрмәт ит. Шулай эшләһәң, ғүмерең – оҙон, Аллаң Раббы һиңә бирәсәк ерҙә тормошоң яҡшы булыр.
Һеҙ һәр ваҡыт Аллағыҙ Раббы бойорған юлдан йөрөгөҙ. Шул саҡта биләмә итеп аласаҡ ерҙә имен-аман оҙаҡ ғүмер итерһегеҙ.
Тән күнекмәһенең ярҙамы сикләнгән, ә Аллаға ихлас табыныу һәр яҡлап файҙалы, сөнки ул ысын тормош вәғәҙә итә – хәҙер ҙә, киләсәктә лә.