Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 3:13 - Изге Яҙма

13 Һорамағаныңды ла бирәм һиңә: йәшәгән осороңда бер генә батша ла ирешә алмаған мал-мөлкәткә эйә булырһың һәм дан ҡаҙанырһың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 3:13
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йыл һайын Сөләймәнгә алты йөҙ алтмыш алты талант алтын килтерелә торғайны.


Раббы Сөләймәнде бөтөн Исраил алдында ҙурлай һәм әлегә тиклем Исраилда бер батшаға ла күрһәтелмәгән дәрәжәлә дан-шөһрәт менән бүләкләй.


Сөләймән үҙенең байлығы һәм аҡылы менән донъялағы бөтә батшаларҙан да өҫтөнөрәк була.


– Исраил батшаһы Сөләймән, – тинем мин уларға, – шулар арҡаһында гонаһҡа батманымы ни? Күп халыҡтарҙың уның кеүек батшаһы юҡ ине. Уны Алла яратты һәм барлыҡ Исраилға батша итеп ҡуйҙы, әммә сит ер ҡатындары уны ла гонаһҡа батырҙы.


Уның уң ҡулында – оҙон ғүмер, һул ҡулында байлыҡ менән шөһрәт булыр.


башыңа гүзәл сәскәләрҙән таҡыя, күркәм бер шөһрәт тажы кейҙерер».


Алла кешегә байлыҡ, мөлкәт һәм дан-шөһрәт бирә. Ундай кеше теләгән бөтә нәмәһенә эйә була ала. Ләкин Алла былар менән файҙаланыу мөмкинлеген бирмәй – уның рәхәтен сит кеше күрә. Был да буш мәшәҡәт, һәм был – әсе ғазап.


Иң тәүҙә Алла Батшалығын эҙләгеҙ һәм Уның хаҡ ихтыяры үтәлеүенә ынтылығыҙ, шул саҡта һеҙгә быларҙың барыһы ла бирелер.


Йәлләмәйенсә, Үҙ Улын бөтәбеҙ өсөн үлемгә биргән Алла Уның менән бергә башҡа нәмәләрҙе беҙгә лә бүләк итмәҫме?


Беҙҙә эш итеүсе ҡеүәте менән һорағаныбыҙҙан йәки уйлағаныбыҙҙан сағыштырғыһыҙ күберәк эшләй Алыусыға,


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ