9 Исраил батшаһы һарай әһелдәренең береһен саҡырып: – Йәһәт кенә Йимла улы Михаяһты алып кил! – тине.
Исраил батшаһы Ахав менән Йәһүҙә батшаһы Йеһошафат затлы кейемдәрен кейеп Самария ҡапҡаһы янындағы ырҙында һәр береһе үҙенең тәхетенә ултырҙы, ә бөтә пәйғәмбәрҙәр улар алдында пәйғәмбәрлек итте.
Исраил батшаһы Йеһошафатҡа: – Тағы бер кеше бар барлығын, уның аша Раббыға мөрәжәғәт итеп була. Тик мин уны яратмайым, сөнки ул миңә йүнле нәмә юрамай, гел яманлыҡ күрәҙәләй. Михаяһ ул, Йимла улы, – тине. – Улай тимә әле һин, эй, батша, – тине Йеһошафат.
Йеһу тәҙрәгә туп-тура төбәлеп: – Кемегеҙ минең яҡлы? – тип ҡысҡырҙы. Һарай әһелдәренең икәү-өсәүһе үрелеп ҡарағас:
Исраил батшаһы һарай әһелдәренең береһен саҡырып: – Йәһәт кенә Йимла улы Михаяһты алып кил! – ти.
Һинең нәҫелеңдән булған һәм һинән тыуған ҡайһы бер улдарыңды ла алып китерҙәр – улар Бабил батшаһының һарайында алашар булып хеҙмәт итер».
Батша билдәләгән ваҡыт етеү менән, хеҙмәтселәр башлығы үҫмерҙәрҙе Навуходоносор янына алып килде.