ІІІ Батшалар 22:8 - Изге Яҙма8 Исраил батшаһы Йеһошафатҡа: – Тағы бер кеше бар барлығын, уның аша Раббыға мөрәжәғәт итеп була. Тик мин уны яратмайым, сөнки ул миңә йүнле нәмә юрамай, гел яманлыҡ күрәҙәләй. Михаяһ ул, Йимла улы, – тине. – Улай тимә әле һин, эй, батша, – тине Йеһошафат. အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
– Мин Күк ғәскәрҙәре Аллаһы Раббыма ысын күңелдән фиҙаҡәрлек менән хеҙмәт иттем, – тип яуапланы Ильяс. – Әммә Исраил халҡы Һинең менән төҙөшкән килешеүҙән ваз кисте. Улар Һинең ҡорбан усаҡтарыңды емерҙе, пәйғәмбәрҙәреңде ҡылыстан үткәрҙе. Мин бер үҙем ҡалдым. Хәҙер минең дә йәнемде ҡыймаҡ булып эҙәрләйҙәр.