52 Ахазъяһ Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды. Атаһы менән әсәһенең, Исраилды гонаһҡа батырған Неват улы Яровғамдың юлын ҡыуҙы.
Ул Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды, Исраил халҡын гонаһҡа батырған атаһының юлынан китте.
Ул Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды, Исраил халҡын гонаһҡа батырған Яровғамдың юлынан китте.
Бығаса Ахав һымаҡ бер кемдең дә шул ҡәҙәрле Раббы күҙендә яман булған эштәргә бирелгәне юҡ ине. Ҡатыны Изевел уны гел генә ҡотортоп торҙо.
Ахав үлеп, ата-бабаларына ҡушылды. Урынына улы Ахазъяһ батша булды.
Әммә ул Исраилды гонаһҡа батырған Яровғам Неват улының яман эштәрен дауам итте, уларҙан баш тартманы.
Ахав нәҫеле менән туғанлашҡанға күрә, Ахазъяһ та Ахав йортоноң юлын ҡыуҙы, Раббы күҙендә яман булған ғәмәлдәр ҡылды.
– Именлек менән килеүеңме? – тип һораны Йорам Йеһуҙы күргәс. – Әсәйең Изевелдең боттарға табыныуы, сихыр ҡылыуы дауам итә икән, ниндәй именлек булһын? – тине Йеһу.
Ахазъяһ та Ахав йортоноң юлын ҡыуа, сөнки уны әсәһе ҡанунһыҙ ғәмәлдәргә этәрә.
Ҡыҙ әсәһе янына сыҡты: – Нимә һорайым икән? – тине. – Сумдырыусы Яхъяның башын һора, – тине әсәһе.
Бына Мин ишек төбөндә шаҡып торам. Берәйһе тауышымды ишетеп ишек асһа, уның янына инермен һәм беҙ бергә ашарбыҙ: Мин – уның менән, ә ул – Минең менән.