47 Ул саҡта Эдомда батша юҡ, тик батшаның вәкиле генә бар ине.
Раббы уға: – Ике халыҡ һинең ҡарыныңда, Ике халыҡ һинән яралыр. Береһе икенсеһенән көслө булыр, Өлкәне кесеһенә хеҙмәт итер, – тине.
Ҡылысың ни тапһа, йәшәүең шунан булыр, Хеҙмәт итерһең һин ҡустыңа. Әммә килер бер көн – һин ярһырһың, Елкәңдәге ҡамыттан ҡотолорһоң.
Эдомдың бөтә ерендә ул һаҡсы ғәскәрҙәр ҡуйҙы, уның бөтә халҡы Дауытҡа буйһондо. Дауыт ҡайҙа ғына яу сапһа ла, Раббы уны еңеү ҡаҙандырҙы.
Ул боттарға табынған урындарҙа фәхешлек менән шөғөлләнгән барлыҡ ир фәхешселәрҙе илдән ҡыуҙы. Ата-бабалары яһатҡан боттарҙы алып ташланы.
Исраил, Йәһүҙә һәм Эдом батшалары бергәләшеп юлға сыҡты. Урауҙан ете көн буйы барғас, уларҙың эсер һыуы бөттө. Ғәскәрҙәр ҙә, малдар ҙа сарсаны.
Йеһорам батша булған ваҡытта эдомдар Йәһүҙәгә ҡаршы баш күтәреп уның хакимлығы аҫтынан сыҡты һәм үҙҙәренә батша һайлап ҡуйҙы.