44 Йеһошафат Исраил батшаһы менән татыу йәшәне.
Өсөнсө йылды Йәһүҙә батшаһы Йеһошафат Исраил батшаһы Ахавҡа килде.
Халыҡ төрлө табыныу ҡалҡыулыҡтарында ҡорбан салды, сөнки ул ваҡытта Раббы исеменә бағышланған ҡорам төҙөлмәгәйне әле.
Сөләймән атаһы Дауыттың васыяты буйынса йәшәп, Раббыға һөйөүен раҫланы, табыныу ҡалҡыулыҡтарында ғына ҡорбан салды, хуш еҫ төтәҫләне.
Ахав улы Йорамдың Исраилда батшалыҡ итеүенең бишенсе йылында, Йеһошафат әле Йәһүҙә батшаһы булған саҡта, тәхеткә уның улы Йеһорам ултырҙы.
Ҡатыны Ахавтың ҡыҙы булғанлыҡтан, Йеһорам, Ахав нәҫеле һымаҡ, Исраил батшаларының юлын ҡыуҙы, Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды.
Уның ҡаршыһына Ханани улы Йеһу әүлиә сығып, былай ти: – Һиңә ни өсөн иманһыҙға ярҙам итеп, Раббыны күрә алмаусыларҙы ниңә яратырға кәрәк булды? Шул арҡала һиңә Раббының асыуы төшәсәк.
Ҡатыны Ахавтың ҡыҙы булғанлыҡтан, Йеһорам да, Ахав нәҫеле һымаҡ, Исраил батшаларының юлын ҡыуа, Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡыла.
Уларҙы үҙҙәренең гонаһтары өсөн дә, Аталарының гонаһтары өсөн дә язалармын, – ти Раббы. – Улар тауҙарҙа хуш еҫ төтәттеләр, Ҡалҡыулыҡтарҙа Мине хурланылар. Шуға күрә ҡылғандарына ҡарап, Әжерен тулыһынса бирермен».
Иманһыҙҙар менән бер тәртәгә егелмәгеҙ. Хаҡлыҡ менән яманлыҡтың ниндәй уртаҡлыҡлығы бар? Йәки яҡтылыҡ менән ҡараңғылыҡ араһында ниндәй уртаҡлыҡ булһын?