ІІІ Батшалар 22:43 - Изге Яҙма43 Йеһошафат атаһы Асаның юлынан тайпылманы, Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡылды. Ләкин әлегә табыныу ҡалҡыулыҡтары юҡ ителмәгәйне; халыҡ һаман уларҙа ҡорбан салып, хуш еҫ төтәтеүен дауам итте. အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
Аса, Аллаһы Раббыға ялбарып, былай ти: – Раббым! Көслөгә лә, көсһөҙгә лә ярҙам итеү Һинең генә ҡулыңдан килә. Аллабыҙ Раббы, зинһар, ярҙам ит беҙгә, беҙ тик Һиңә өмөтләнәбеҙ, Һинең исемең менән ошо тиклем ҙур сиреүгә ҡаршы сыҡтыҡ. Эй Раббым! Һин – беҙҙең Аллабыҙ: әҙәм затының Һинән өҫтөн сығыуына юл ҡуйма.