Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 22:4 - Изге Яҙма

4 Шунан Йеһошафаттан: – Минең менән бергә Ғилғәд Рамоҫына яуға бараһыңмы? – тип һораны. – Һин нисек – мин дә шулай, – тип яуапланы Йеһошафат. – Минең халҡым – һинең халҡың, минең аттарым – һинең аттарың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 22:4
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Исраил батшаһы Ахав менән Йәһүҙә батшаһы Йеһошафат Ғилғәд Рамоҫына яу менән китте.


Йеһошафат Исраил батшаһына тағын былай тине: – Тик тәүҙә Раббының кәңәшен һорап ҡара.


Бен-Гәвәр – Ғилғәдтәге Рамоҫ ҡалаһында, шулай уҡ Ғилғәд өлкәһендә Менашше улы Яир ауылдары, Башан өлкәһендәге Аргов төбәге, диуар менән уратылған һәм баҡыр биктәр менән йоҙаҡланған алтмыш ҙур ҡала ла уның ҡарамағында ине.


Ул Йәһүҙә батшаһы Йеһошафатҡа: – Моав батшаһы миңә ҡаршы фетнә күтәрҙе. Минең менән бергә уға ҡаршы яуға бараһыңмы? – тип хәбәр ебәрҙе. – Барам, – тип яуапланы Йеһошафат. – Һин нисек, мин дә шулай. Минең ғәскәрем – һинең ғәскәрең, минең аттарым – һинең аттарың.


Исраил батшаһы Ахав Йәһүҙә батшаһы Йеһошафаттан: – Минең менән бергә Ғилғәд Рамоҫына бараһыңмы? – тип һорай. – Һин нисек – мин дә шулай, – тип яуаплай Йеһошафат. – Минең халҡым – һинең халҡың. Беҙ һинең менән бергә һуғышҡа барырбыҙ.


Уның ҡаршыһына Ханани улы Йеһу әүлиә сығып, былай ти: – Һиңә ни өсөн иманһыҙға ярҙам итеп, Раббыны күрә алмаусыларҙы ниңә яратырға кәрәк булды? Шул арҡала һиңә Раббының асыуы төшәсәк.


Аҡыллы менән эш иткән – аҡыл йыйған, аҡылһыҙҙы иш иткән – туңған.


Алданмағыҙ: «аҙғын кешеләр менән аралашыу яҡшы әхлаҡты боҙа».


Ҡараңғылыҡтың файҙаһыҙ эштәрендә ҡатнашмағыҙ, киреһенсә, уларҙы фаш итегеҙ.


Сәләмләгән кеше уның яуыз эштәренә ҡушылған булыр.


Еңгән кешегә һәм Минең эштәремде аҙағына тиклем үтәүсегә, Үҙем Атамдан хакимлыҡ алған кеүек, халыҡтар өҫтөнән хакимлыҡ бирермен. Был кеше халыҡтар өҫтөнән тимер таяҡ менән хакимлыҡ итер – уларҙы балсыҡ көршәктәй ватыр. Ул кешегә Мин таң йондоҙо бирермен.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ