36 Ҡояш байыр алдынан ғәскәр араһында: – Һәр кем үҙ ҡалаһына, үҙ еренә ҡайтһын, – тигән ауаз таралды.
Батша торҙо ла ҡала ҡапҡаһы янына сығып ултырҙы. Яугирҙәргә был хаҡта хәбәр иттеләр һәм барыһы ла батша эргәһенә килде. Ә Авшалом менән булған исраилдар үҙ өйҙәренә таралышҡайны.
Батшаның үҙҙәрен тыңламағанын күргәс, бөтә исраилдар уға: – Дауыт менән ниндәй уртаҡлығыбыҙ бар беҙҙең? Ишай улының биләмәһендә беҙҙең өлөшөбөҙ юҡ! Эй Исраил халҡы, әйҙәгеҙ таралышайыҡ! Дауыт йорто инде үҙ нәҫелен генә ҡараһын! – тинеләр ҙә өйҙәренә ҡайтып киттеләр.
Раббы былай ти: «Туғандарығыҙ Исраил халҡына ҡаршы һуғышҡа бармағыҙ. Өйҙәрегеҙгә таралышығыҙ, сөнки һуңғы ваҡиғалар Минең ихтыярым буйынса эшләнде». Улар Раббының әйткәнен тыңланы һәм Уның ҡушыуы буйынса ҡайтып китте.
Шунан Михаяһ былай тине: – Мин исраилдарҙың барыһының да көтөүсеһеҙ һарыҡтар шикелле тауҙарға һибелгәнен күрҙем. Раббы: «Быларҙың хужаһы юҡ. Һәр кем иҫән-аман сағында үҙ өйөнә ҡайтһын», – тип әйтте.
Арам батшаһы яу арбаларының утыҙ ике башлығына: – Башлыҡмы ул, ябай яугирме – алышып тормағыҙ, бары Исраил батшаһы менән генә һуғышығыҙ! – тип бойорғайны.
Көслө алыш көнө буйы дауам итте. Батшаға яу арбаһында арамиҙар ҡаршыһында һөйәлеп баҫып торорға тура килде. Уның яраһынан арба эсенә ҡан аҡты. Кискә табан батша йән бирҙе.
Батша вафат булды. Уны Самарияға алып ҡайтып ерләнеләр.
Йәһүҙә ғәскәре исраилдар тарафынан тар-мар ителде һәм яугирҙәр өйҙәренә ҡасып ҡайтып китте.
Исраилдар ҙа өйҙәренә таралышты, һәр береһе үҙ ырыуына, үҙ нәҫеленә әйләнеп ҡайтты – барыһы ла үҙ биләмәләренә таралышты.
Пелештиҙәр яуға ташланды. Исраилдар еңелде һәм һәр береһе үҙ сатырына ҡасты. Ҡырылыш шул тиклем аяуһыҙ булды: яу яланында исраилдарҙан утыҙ мең йәйәүле ятып ҡалды.