Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 22:31 - Изге Яҙма

31 Арам батшаһы яу арбаларының утыҙ ике башлығына: – Башлыҡмы ул, ябай яугирме – алышып тормағыҙ, бары Исраил батшаһы менән генә һуғышығыҙ! – тип бойорғайны.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 22:31
10 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ә тупһа янында өйөлөшкән кешеләрҙе, – олоһон да, кесеһен дә – һуҡырайттылар, улар ишекте таба алмайынса аҙапланды.


Хәҙер ул арыған, хәлдән тайған, уға һөжүм итеп ҡурҡытһам, янындағылар барыһы ла ҡасып китәсәк. Мин тик батшаны ғына үлтерермен.


Арам батшаһы Бен-Һадад бөтә ғәскәрен тупланы ла аттары, һуғыш арбалары, үҙенә ҡушылған утыҙ ике батша менән барып Самария ҡалаһын ҡаманы һәм уға ҡаршы һуғыш башланы.


Улар төш мәлендә ҡуҙғалды. Был ваҡытта Арам батшаһы Бен-Һадад эргәһендәге утыҙ ике батша менән бергә сатырҙа иҫерешеп ултыралар ине.


Хәҙер һин бына нимә эшлә: батшаларҙың бөтәһен дә тәхеттәренән төшөр, улар урынына өлкә башлыҡтары ҡуй.


Яу арбаларының башлыҡтары Йеһошафатты күрҙе лә, Исраил батшаһы икән тип ышанып, һөжүм итер өсөн уға ҡаршы боролдо. Йеһошафат ҡысҡырып ебәргәс,


Арам батшаһы яу арбалары башлыҡтарына: – Башлыҡмы ул, ябай яугирме – алышып тормағыҙ, бары Исраил батшаһы менән генә һуғышығыҙ! – тип бойорған була.


Был ерҙә затлы кеше лә, ябайы ла үлер, уларҙы һис кем ерләмәҫ; һис кем улар өсөн ҡайғырып тәненә яра һалмаҫ, сәсен алдырмаҫ.


бөтә ҡатын-ҡыҙҙы һәм олоһон-кесеһен айырмайынса бар халыҡты әсирлеккә төшөргәндәр – бер кемде лә үлтермәгәндәр, ә үҙҙәре менән ҡыуып алып киткәндәр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ