Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 22:30 - Изге Яҙма

30 Ахав Йеһошафатҡа былай тине: – Мин яуға кейемемде алмаштырып инермен, ә һин үҙеңдең батша кейемеңдә бул. Исраил батшаһы кейемен алмаштырҙы ла яуға инде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 22:30
10 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Теҡоғаға кеше ебәреп унан бер аҡыллы ҡатынды килтертте. Ул был ҡатынға: – Ҙур хәсрәткә тарыған кеше кеүек өҫтөңә ҡайғы кейемдәре кей ҙә, зәйтүн майы һөртмәйенсә, мәрхүм булған кеше өсөн күп көндәр илаған ҡатын ҡиәфәтендә


Яровғам ҡатынына: – Бар, батша ҡатыны булғаныңды белдермәҫлек итеп кейен дә Шилоға бар. Унда ошо халыҡтың батшаһы буласағым тураһында күрәҙәлек иткән Ахияһ пәйғәмбәр булыр.


Пәйғәмбәр йөҙөн танымаҫлыҡ итеп ҡапланы ла юл буйына сығып Исраил батшаһының үткәнен көтә башланы.


Исраил батшаһы Ахав менән Йәһүҙә батшаһы Йеһошафат затлы кейемдәрен кейеп Самария ҡапҡаһы янындағы ырҙында һәр береһе үҙенең тәхетенә ултырҙы, ә бөтә пәйғәмбәрҙәр улар алдында пәйғәмбәрлек итте.


Ахав Йеһошафатҡа былай ти: – Мин яуға кейемемде алмаштырып инермен, ә һин үҙеңдең батша кейемеңдә бул. Исраил батшаһы кейемен алмаштыра ла, яуға инәләр.


Ләкин Йошияһ фекеренән ҡайтмай, ә уның менән алышҡа әҙерләнә, Нехоның Алла ҡушыуы буйынса әйткән һүҙҙәренә ҡолаҡ һалмай һәм Мегиддо тигеҙлегенә һуғышырға тип сыға.


Йә Раббы, ҡасанға саҡлы, Мәңгегәме мине оноторһоң? Минән йөҙ йәшерерһең ҡасанға тиклем?


Раббыға ҡаршы торор аҡыл да, зирәклек тә, кәңәш тә юҡ.


Берәйһе Мин күрмәҫлек урынға боҫа аламы? Күк менән ер тултырып торған Мин түгелме ни?» – тип белдерә Раббы.


Шаул, танымаһындар өсөн кейемен алыштырҙы ла, ике кешеһен алып, төндә теге ҡатынға китте. Уға: – Зинһар, миңә күрәҙәлек ит, мин һиңә кемде әйтәм, шуның әруахын саҡыр, – тине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ