Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 22:27 - Изге Яҙма

27 Батша шулай тип әйтте тиегеҙ: уны зинданға ултыртһындар, мин иҫән-аман ҡайтып килгәнсе, аҙ-маҙ икмәк менән һыуҙан башҡа бер нәмә лә бирмәһендәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 22:27
27 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Яровғам батша Алла бәндәһенең Бейт-Илдә ҡорбан усағы хаҡында әйткәндәрен ишетеп, ҡулын ҡорбан усағынан алып уға табан һуҙҙы ла: – Тотоғоҙ уны! – тип бойорҙо. Шул саҡ уның Алла бәндәһенә һуҙылған ҡулы ҡатып ҡалды, кире бөгөлмәне.


– Михаяһты ҡала башлығы Амон менән батша улы Йоашҡа алып барып тапшырығыҙ! – тип бойорҙо Исраил батшаһы. –


Аса әүлиәгә бик ныҡ асыулана һәм, ярһып, уны зинданға яптыра. Шул осорҙа ул ҡайһы бер башҡа кешеләрҙе лә ҡыйырһыта.


Гелән беҙгә ғәйеп ташлап тормаҫ, Асыуы ла мәңгелеккә бармаҫ.


Ҡулың менән эшләп тапҡанды ашарһың, Һин бәхетле, рәхәт булыр һиңә.


Сөнки был – Исраилға ҡағиҙә; Яҡуп Аллаһының ҡануны был.


Бөйөк Хаким һеҙгә хәсрәт икмәге ашатһа ла, Ғазап һыуы эсерһә лә, Ул – Остазығыҙ – инде һеҙҙән йәшеренмәҫ, Остазығыҙҙы үҙ күҙегеҙ менән күрерһегеҙ.


уны һуҡтырырға һәм Раббы йортоноң Үрге Бинйәмин ҡапҡаһы янында аяҡтарына ҡалып кейҙереп ултыртып ҡуйырға бойорҙо.


Раббы Үҙенең ҡорамына яуаплы булараҡ Йеһоядағ урынына һине ҡаһин итеп ҡуйҙы. Үҙен пәйғәмбәр тип иғлан иткән һәр тилегә ағас бығау һәм тимер муйынса кейҙерергә тейешле күҙәтсе итте.


Йәһүҙи өс-дүрт бағана уҡыу менән, батша уҡылған өлөштө кәтип бысағы менән ҡырҡып ала ла утҡа ырғыта. Шулай итеп ул бөтә төргәкте яндырып бөтөрҙө.


Түрәләр Йермеяһҡа асыулы ине. Уны туҡматып, Йонаҫан кәтиптең йортона бикләп ҡуйҙылар – был йортто зинданға әйләндергәйнеләр.


Шунан һуң Йермеяһты, тотоп алып, батша улы Малкияһтың һаҡсылар ихатаһындағы һыу йыя торған соҡорона арҡандарға бәйләп төшөрҙөләр. Соҡорҙа һыу юҡ, бары батҡаҡ ҡына ине. Йермеяһ шул батҡаҡҡа батты.


Шуға күрә Һируд, бығаса ҡылған яуызлыҡтарына тағы берәүҙе өҫтәп, Яхъяны төрмәгә япты.


Йәрүсәлимдә шуның менән шөғөлләндем дә: баш ҡаһиндарҙан вәкәләт алып, Ғайсаға эйәргән күптәрҙе төрмәгә яптырҙым, башҡалар уларҙы үлемгә хөкөм иткәндә ризалығымды белдерҙем.


илселәрҙе ҡулға алды һәм дөйөм төрмәгә ябып ҡуйҙы.


Бына шуға күрә мин, Паулус, һеҙҙең, йәғни йәһүд булмағандарҙың хаҡына Ғайса Мәсихтең тотҡоно, Аллаға доға ҡылам.


Ҡорбан ите менән бергә әсетеп бешерелгән икмәк ашама. Һин Мысырҙан бик ашығыс сығып киттең һәм, был көндө ғүмер буйы иҫтә тотоу өсөн, ете көн буйы сөсө ҡамырҙан бешкән икмәк – «хәсрәт икмәге» аша.


Ҡайһы берҙәре мыҫҡыл ителә, ҡамсы менән һуғыла, ҡайһы берҙәре хатта бығауланып, төрмәләргә ябыла.


Алда үҙең кисерәсәк бер нәмәнән дә ҡурҡма. Һеҙҙе һынар өсөн арағыҙҙан ҡайһы берҙәрегеҙҙе Иблис төрмәгә ырғытасаҡ һәм ун көн буйы һеҙ хәсрәт күрәсәкһегеҙ. Үлгәнгә тиклем тоғро бул, һәм һиңә тормош тажы бирермен.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ