25 – Быны һин ҡайҙа йәшенергә белмәйенсә, иң төпкө бүлмәлә боҫоп ултырған көндө белерһең, – тип яуапланы Михаяһ.
Иҫән ҡалғандары Афеҡҡа, ҡала эсенә ҡасты. Әммә уларҙың өҫтөнә ҡала диуары ҡоланы һәм егерме ете мең кеше шуның аҫтында ҡалып үлде. Бен-Һадад үҙе бер өйҙән икенсе өйгә ҡасып йөрөнө.
– Михаяһты ҡала башлығы Амон менән батша улы Йоашҡа алып барып тапшырығыҙ! – тип бойорҙо Исраил батшаһы. –
Унда барғандан һуң, Нимшиҙың ейәне, Йеһошафаттың улы Йеһуҙы тап. Уны иптәштәре араһынан саҡырып ал да төпкө бүлмәгә алып ин.
Шуға күрә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы пәйғәмбәрҙәр тураһында былай ти: «Уларға әрем ашатам, ағыулы һыу эсерәм; Сөнки Йәрүсәлим пәйғәмбәрҙәренән Илдә аллаһыҙлыҡ таралды».
Шуға күрә, – ти Раббы, – Мин Нехелам кешеһе Шемағъяһты һәм тоҡомон язалаясаҡмын. Был халыҡ араһында нәҫеленән бер кеше лә ҡалмаҫ, улар Минең халҡыма эшләйәсәк яҡшылыҡтарымды күрмәҫ, – тип белдерә Раббы. – Сөнки Шемағъяһ халыҡты Миңә ҡаршы ҡотортто».
Шунан, Раббы әйткәнсә, атайымдың туғанының улы Ханамил һаҡсылар ихатаһына килде. «Бинйәмин биләмәһендә урынлашҡан Ғанаҫоҫтағы баҫыуымды һатып ал, – тине, – сөнки биләмә хаҡы ла, иң яҡын туғанлыҡ хаҡы ла һиндә. Һатып ал уны үҙеңә». Шунда мин үҙемә ысынлап та Раббы өндәшкәнен аңланым.
Шуға күрә Раббы былай ти: «Ҡатының ҡалала фәхишә булыр, Ул-ҡыҙҙарың ҡылыстан һуйылыр, Ереңде бүлгеләп алырҙар, Үҙең иһә хәрәм бер илдә үлерһең. Исраил халҡы үҙ тупрағынан Һөргөнгә ҡыуылыр, ҡыуылмай ҡалмаҫ».
Барса ирҙәре менән бергә мидйәндәрҙең биш батшаһын – Әүиҙе, Рәҡәмде, Сурҙы, Хурҙы һәм Рәғавты ла үлтерҙеләр, Беғор улы Билғамды ла ҡылыстан үткәрҙеләр.
Исраил халҡы араһында ялған пәйғәмбәрҙәр ҙә булған һымаҡ, һеҙҙең арағыҙҙа ла ялған өйрәтеүселәр булыр. Улар зарарлы тәғлимәттәрҙе таратыр, хатта, үҙҙәрен иреккә йолоп алған Хакимды инҡар итеп, үҙ баштарына тиҙ үк һәләкәт килтерер.
Ә януар һәм уның исеменән мөғжизәләр күрһәткән ялған пәйғәмбәр ҡулға алынды. Был ялған пәйғәмбәр януар тамғаһын ҡабул иткәндәрҙе, уның һынына табыныусыларҙы мөғжизәләр ярҙамында алдағайны. Улар икеһе лә янып торған көкөртлө күлгә тере көйө ырғытылды.