24 Шунда Кенағана улы Сидкияһ Михаяһтың янына килде лә яңағына һуғып ебәреп: – Раббының рухы ни рәүешле минән китеп һинең ауыҙыңдан һөйләй башланы әле? – тине.
Үҙенә тимер мөгөҙ яһап алған Кенағана улы Сидкияһ шунда белдерҙе: – Раббы былай ти: «Һин арамиҙарҙы ошо мөгөҙ менән һөҙөп, ҡырып бөтөрәсәкһең!»
Һуҡҡанға яңағын ҡуйһын, Әйҙә туйғансы хурланһын.
Эй ғәскәрле ҡала, инде яугирҙәреңде йый! Беҙҙе ҡамауға алдылар, Исраил хакимының битенә таяҡ менән тондоралар.
– Эй, Мәсих, пәйғәмбәрлек итеп әйт беҙгә: Һиңә кем һуҡты? – тип Уның яңағына һуҡтылар.
Ә Мин һеҙгә әйтәм: үҙеңә яуызлыҡ ҡылған кешегә ҡаршылыҡ күрһәтмә. Әгәр кемдер уң яңағыңа һуҡһа, һул яңағыңды ла ҡуй.
Ҡайһы берәүҙәр Уға төкөрә, йөҙөн ҡаплап: «Әйҙә пәйғәмбәрлек ит инде!» – тип йоҙроҡлай башланы. Шунан Уны һаҡсылар туҡмарға тотондо.
Әгәр ҙә донъя һеҙгә нәфрәтләнә икән, иҫегеҙҙә тотоғоҙ: ул һеҙҙән элек Миңә нәфрәтле.
«Хеҙмәтсе үҙенең хужаһынан ҙурыраҡ түгел», – тигән һүҙҙәремде хәтерләгеҙ. Мине эҙәрләгәндәр икән, һеҙҙе лә эҙәрләрҙәр. Минең һүҙемде тотһалар, һеҙҙекен дә тоторҙар.
Иң баш ҡаһин Һананиас Паулус янында тороусыларға уның ауыҙына һуғырға ҡушты.
Паулус уға: – Эй һин, ағартылған диуар, һиңә Алла һуғасаҡ! Һин ҡанун буйынса мине хөкөм итергә тип ултыраһың, ә үҙең, ҡанунға ҡаршы килеп, миңә һуғырға әмер бирәһең, – тине.