21 Шунда бер рух сығып Раббы алдына баҫты ла: «Мин ҡоторта алам», – тине. Раббы унан: «Нисек итеп?» – тип һораны.
Раббы: «Ғилғәд Рамоҫына яу сабып, шунда һәләк булһын өсөн Ахавты кем ҡоторта ала?» – тип һорағайны, береһе былай, икенсеһе тегеләй тәҡдим итте.
«Мин барам да, алдаҡсы рух булып, уның бөтә пәйғәмбәрҙәрен ялған һөйләтәм», – тине рух. «Эйе, һин уны ҡоторта алырһың, – тине Раббы. – Бар, әйткәнеңде эшлә».
Бына шулай итеп, Раббы бөтә был пәйғәмбәрҙәреңдең ауыҙына ялғансы рух индерҙе. Сөнки Ул һинең башыңа бәлә күндерергә ҡарар итте.
Бер көндө илаһи заттар тағы Раббы хозурына килде. Уларҙың араһында шайтан да бар ине.
Улар – мөғжизәләр күрһәтеүсе яуыз рухтар. Улар бөтә донъя батшаларын сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алланың бөйөк көнөндә һуғышҡа йыйыр өсөн сыҡты.