19 Ә Михаяһ былай тине: – Улай булғас, Раббы һүҙен тыңла! Мин Раббының Үҙ тәхетендә ултырғанын һәм эргәһендә, уң яҡтан да, һул яҡтан да бөтә күк ғәскәре баҫып торғанын күрҙем.
Раббы: «Ғилғәд Рамоҫына яу сабып, шунда һәләк булһын өсөн Ахавты кем ҡоторта ала?» – тип һорағайны, береһе былай, икенсеһе тегеләй тәҡдим итте.
Бер көндө илаһи заттар Раббы хозурына килде. Уларҙың араһында шайтан да бар ине.
Бер көндө илаһи заттар тағы Раббы хозурына килде. Уларҙың араһында шайтан да бар ине.
һәм Исраил Аллаһын күрҙе. Уның аяҡ аҫтында аяҙ күк йөҙө һымаҡ зәңгәр яҡуттай ялтыр баҫмаға оҡшаған нәмә бар ине.
Шунан Муса, Һарун, Надав, Авиһу һәм Исраилдың етмеш аҡһаҡалы тауға менде
Эй һеҙ, Содом хакимдары, Ишетегеҙ Раббы һүҙен! Аллабыҙ ҡанунын тыңла, Эй Ғамора халҡы!
Шуға күрә, эй һеҙ, мыҫҡыл итеп көлөүселәр, Йәрүсәлимдә был халыҡҡа хакимлыҡ ҡылыусылар, Раббы һүҙенә ҡолаҡ һалығыҙ!
Эй Яҡуп нәҫеле, Исраилдың бөтә нәҫелдәре, Раббы һүҙен ишетегеҙ!
Ә һеҙ, Минең тарафтан Йәрүсәлимдән Бабилға һөргөнгә ебәрелгәндәр, Раббы һүҙен тыңлағыҙ.
Раббы һүҙен тыңлағыҙ, эй Йәһүҙәнең иҫән ҡалған халҡы! Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: „Әгәр ҙә һеҙ ҡәтғи рәүештә Мысыр яғына боролһағыҙ, шунда йәшәргә китһәгеҙ,
– Эй әҙәм улы, Исраилдың пәйғәмбәрҙәренә ҡаршы пәйғәмбәрлек ит, үҙ белдектәре менән пәйғәмбәрлек иткән кешеләргә әйт: Раббы һүҙен тыңлағыҙ!
Шуға күрә Раббы һүҙен тыңла, эй фәхишә!
Ә хәҙер Раббы һүҙенә ҡолаҡ һал! Һин миңә: «Исраилға ҡаршы пәйғәмбәрлек ҡылма, Исхаҡ нәҫеленә ҡаршы һөйләмә», – тип әйтәһең.
Мирт ағастары араһында торған кеше: «Былар Раббы тарафынан донъяны байҡап сығыр өсөн ебәрелгәндәр», – тине.
ул пәйғәмбәрлек итергә тотондо: «Беғор улы Билғам һөйләй, Күҙе асыҡ кеше һөйләй.
Һаҡ булығыҙ, был кесе йәндәрҙең береһенә лә кәмһетеп ҡарамағыҙ. Һеҙгә әйтәм: уларҙың фәрештәләре һәр ваҡыт күктәге Атамдың йөҙөнә ҡарай ала.
Әҙәм Улы, Үҙенең фәрештәләре менән балҡып торған шөһрәтендә килгәс, батша тәхетенә ултырасаҡ.
Фәрештәләрҙең бөтәһе лә ҡотолоуға эйә буласаҡ заттарға хеҙмәт итергә ебәрелгән хеҙмәтсе рухтар түгелме ни?
Фәрештәләр тураһында: «Алла Үҙенең фәрештәләрен – ел, хеҙмәтселәрен ялҡынлы ут итә», – тиелгән.
Әммә һеҙ Сион тауына, тере Алла ҡалаһына – күктәге Йәрүсәлимгә һәм иҫәпһеҙ-һанһыҙ фәрештәләргә килдегеҙ.
Мин йән эйәләре һәм аҡһаҡалдар тәхете тирәһендә бик күп фәрештәләр күрҙем. Улар меңдәрсә меңәр, иҫәпһеҙ-хисапһыҙ күп ине.
Раббы рухы Шаулдан айырылды. Уны Раббы күндергән бер яуыз рух бошоноуға һалды.