16 – Раббы исеме хаҡына миңә дөрөҫөн генә һөйлә, тип һиңә күпме ялынырға була? – тине уға батша.
Михаяһ батша алдына килде. Батша унан: – Михаяһ, әйт әле, Ғилғәд Рамоҫына яу менән барайыҡмы, әллә юҡмы? – тип һораны. – Бар, – тине Михаяһ. – Юлың уңыр, Раббы уны батша ҡулына тапшырасаҡ.
Шунан Михаяһ былай тине: – Мин исраилдарҙың барыһының да көтөүсеһеҙ һарыҡтар шикелле тауҙарға һибелгәнен күрҙем. Раббы: «Быларҙың хужаһы юҡ. Һәр кем иҫән-аман сағында үҙ өйөнә ҡайтһын», – тип әйтте.
– Раббы исеме хаҡына миңә тик дөрөҫөн генә һөйлә, тип һиңә күпме ялынырға була? – ти уға батша.
Әгәр пәйғәмбәр төш күргән икән, уны төшө итеп һөйләһен, ә кемгә һүҙемде ебәргәнмен икән, уны тоғро итеп еткерһен, – тип белдерә Раббы. – Кәбәк менән саф бойҙайҙың ниндәй уртаҡлығы бар?
Байтаҡ көндәрҙән һуң Сидкияһ батша уны алып килергә ҡушты. Йермеяһты һарайға алып килделәр ҙә, батша башҡаларҙан йәшереп кенә унан: – Раббынан берәй хәбәр бармы? – тип һораны. – Бар, – тип яуапланы Йермеяһ, – һин Бабил батшаһының ҡулына төшәһең.
Сидкияһ батша Йермеяһ пәйғәмбәрҙе саҡыртып алды. Уны Раббы йортоноң өсөнсө ишеге эргәһенә алып килделәр. – Һиңә бер һорауым бар, тик минән бер нәмә лә йәшермә, – тине батша.
Билғам Балаҡка: – Бына бит, килдем, тик үҙемдән ни ҙә булһа әйтә аламмы ни инде? Алла телемә ни һалһа, шуны ғына һөйләрмен.
Ғайса бер нәмә лә өндәшмәне. Иң баш ҡаһин Унан: – Тере Алла алдында ант итеп әйтеүеңде талап итәм: Һин Алла Улы Мәсихме? – тип һораны.
– Эй Ғайса, Юғарыларҙан Юғары Алланың Улы! Минән Һиңә нимә кәрәк? Алла хаҡы өсөн ялбарам, яфалама мине! – тип йән көсөнә ҡысҡырып ебәрҙе.
Ҡайһы бер бағымсы илгиҙәр йәһүдтәр ҙә ен эйәләшкән кешеләрҙән яуыз рухтарҙы ҡыуып сығарырға теләп: – Мин һеҙгә Паулус вәғәзләгән Ғайса вәкәләте менән бойорам, – тип Раббы Ғайса исемен ҡулланырға тырышты.
Раббы Йушағ менән бергә булды, һәм Йушағтың даны бөтә илгә таралды.
Ул көндө исраилдар ныҡ талсыҡҡайны. Сөнки Шаул халыҡҡа: – Кем дә кем кискә тиклем, мин дошмандарымдан үс алғанға саҡлы, берәй нәмә ашай, шуға ҡарғыш төшһөн, – тип әйтеү әйткәйне. Шунлыҡтан бер кем дә ауыҙына ризыҡ ҡабырға ҡыйманы.