27 Был һүҙҙәрҙе ишетеп, Ахав кейемдәрен йыртҡылап ырғытты, ҡыл кейем кейҙе, уны хатта йоҡлағанда ла сисмәне, ураҙа тотто, бошонҡолоҡҡа төшөп йөрөнө.
Яҡуп өҫтөндәге кейемен йыртҡылап, биленә ҡыл туҡыма ураны, улы өсөн хәсрәтләнеп бик оҙаҡ ваҡыт йәш түкте.
Дауыт Йоавҡа һәм уның кешеләренә: – Өҫтөгөҙҙәге кейемегеҙҙе йыртып, ҡыл туҡымаға уранығыҙ, Авнер өсөн илағыҙ, – тине. Дауыт батша Авнерҙың мәйетен үҙе оҙата барҙы.
Бер ни тиклем ваҡыттан һуң Раббы Ильяс пәйғәмбәргә:
Шунан батша һарайы башлығы Хилҡияһ улы Әлъяҡим, кәтип Шевна һәм батшалыҡтың йылъяҙмасыһы Асаф улы Йоах ҡайғынан кейемдәрен йыртып, Хизкияһҡа барҙылар һәм баш вәзирҙең һүҙҙәрен һөйләп бирҙеләр.
Был хаҡта ишеткәс, Хизкияһ батша кейемдәрен йыртып ташланы ла, ҡыл туҡыма уранған килеш, Раббы йортона йүнәлде.
Ҡатындың әйткәнен ишеткәс, батша хәсрәтенән кейемен йыртҡылап ташланы. Ул ҡала диуарының өҫтөндә торғанлыҡтан, халыҡ уның эстән ҡыл кейем кейгәнен күрҙе.
Дауыт, башын күтәреп ҡараһа, ер менән күк араһында Йәрүсәлим өҫтөнә ҡылысын һуҙған Раббы фәрештәһен күреп ҡала. Ҡыл кейемгә кейенгән Дауыт һәм аҡһаҡалдар йөҙҙәре менән ергә ҡаплана.
Ҡыл кейем тектем тәнемде ҡаплар өсөн, Ғорурлығымды саңға-туҙанға һалдым.
Кешеләр, был янау һүҙҙәрен ишеткәс, ҡайғыға батты. Бер кем дә биҙәнеү әйберҙәре таҡманы.
Ул көндө бөйөк Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, һеҙҙе һыҡтарға, Сәсегеҙҙе ҡырып ташлап иларға, Ҡыл туҡымаға уранырға өндәне.
Нимә тип әйтәйем? Ул нисек әйтһә, шулай эшләне. Ҡалған ғүмеремде хәсрәт эсендә үткәрермен.
Төргәк китаптағы һүҙҙәрҙе ишеткән батша ла, уның ярандары ла ҡурҡманы, кейемдәрен йыртҡыламаны.
Эй ҡаһиндар, хәсрәт кейеме кейеп илағыҙ. Һыҡтағыҙ, ҡорбан усағында хеҙмәт иткәндәр! Алламдың хеҙмәтселәре, Алла йортона килегеҙ, Хәсрәт кейеменә уранып, унда ҡунығыҙ! Сөнки Аллағыҙҙың ҡорамынан Икмәк саҙаҡаһы менән түкмә ҡорбан юҡ булды.
Алла уларҙың яуызлыҡ ҡылыуҙан туҡтағандарын, яман юлдан тайпылғандарын күрҙе. Шуға күрә Алла уларҙы йәлләне һәм әүәл уларға ебәрергә янаған бәләне күндермәне.
Был хәбәр Ниневе батшаһына барып еткәс, ул тәхетенән тороп батша кейемен систе лә, ҡыл туҡымаға уранып, көлгә ултырҙы.
Мин Үҙемдең ике шаһитыма шундай вәкәләт бирермен: улар, матәм кейемдәре кейеп, бер мең ике йөҙ алтмыш көн буйы пәйғәмбәрлек итерҙәр.