25 Бығаса Ахав һымаҡ бер кемдең дә шул ҡәҙәрле Раббы күҙендә яман булған эштәргә бирелгәне юҡ ине. Ҡатыны Изевел уны гел генә ҡотортоп торҙо.
Ғомри Раббы күҙендә яман булған ғәмәлдәр ҡылды. Ул үҙенән алда булған бөтә батшаларға ҡарағанда ла күберәк яуызлыҡ эшләне.
– Исраилдың баш бәләһе мин түгел, – тип яуап ҡайтарҙы Ильяс. – Һин һәм атаңдың нәҫеле Раббының бойороҡтарын һанға һуҡмайһығыҙ, һин бәғелдәр артынан эйәрәһең.
Изевел Раббының пәйғәмбәрҙәрен ҡырған саҡта, Ғовадъяһ йөҙ пәйғәмбәрҙе иллешәрләп-иллешәрләп ике мәмерйәгә йәшерҙе һәм икмәк, һыу менән тәьмин итеп торҙо.
Изевел Ильясҡа: «Әгәр ҙә иртәгә ошо ваҡытҡа мин һиңә һин пәйғәмбәрҙәргә эшләгәнде эшләмәһәм, мине аллаларҙың ҡаты ҡәһәре һуҡһын», – тигән хәбәр ебәрҙе.
– Нимә, дошманым, тоттоңмо мине? – тине Ахав Ильясҡа. – Тоттом, – тип яуапланы пәйғәмбәр. – Сөнки һин Раббы күҙендә яман булған ғәмәлдәргә бирелдең.
– Һин Исраилда батша түгелме ни? – тине Изевел. – Тор, тамағыңа аша. Борсолма, Навоҫтың баҡсаһын мин һиңә үҙем алып бирәм.
Ахазъяһ Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды. Атаһы менән әсәһенең, Исраилды гонаһҡа батырған Неват улы Яровғамдың юлын ҡыуҙы.
Ул Бәғелгә табынды, уға хеҙмәт итте һәм, атаһының яҙыҡ ғәмәлдәрен ҡабатлап, Исраил Аллаһы Раббыны ныҡ асыуландырҙы.
Ул-ҡыҙҙарын ҡорбанға килтереп, утта яндырҙылар, сихыр һәм күрәҙәлек менән шөғөлләнделәр. Раббы хуш күрмәгән бөтә был яманлыҡтарҙы ҡылып, Уның асыуын килтерҙеләр.
Йошияһҡа тиклем дә, унан һуң да Раббыға бөтә йөрәктән, йәне-тәне менән бирелгән һәм Мусаның ҡанунын шулай үтәгән бер генә батша ла булманы.
– Именлек менән килеүеңме? – тип һораны Йорам Йеһуҙы күргәс. – Әсәйең Изевелдең боттарға табыныуы, сихыр ҡылыуы дауам итә икән, ниндәй именлек булһын? – тине Йеһу.
Шунан һарайға инеп ашаны, эсте. Һуңынан: – Ул ҡәһәр төшкән ҡатынды ерләгеҙ, нисек кенә булмаһын, батша ҡыҙы бит әле ул, – тип бойорҙо.
– Исраил батшаһы Сөләймән, – тинем мин уларға, – шулар арҡаһында гонаһҡа батманымы ни? Күп халыҡтарҙың уның кеүек батшаһы юҡ ине. Уны Алла яратты һәм барлыҡ Исраилға батша итеп ҡуйҙы, әммә сит ер ҡатындары уны ла гонаһҡа батырҙы.
Уларҙың ҡыҙҙарын улдарығыҙға кәләш итеп алмағыҙ. Улар үҙ илаһтары менән яманлыҡ ҡылғанда, улдарығыҙҙы ла ошо яманлыҡҡа тартыр.
Ят ҡатындың ауыҙы – төпһөҙ упҡын, Раббы ҡәһәрләгән шунда ҡолап төшөр.
Шуны белдем, әжәлдән дә әсерәге ҡатын-ҡыҙ икән: ул үҙе – тоҙаҡ, йөрәге – ау, ә ҡулдары – бығау. Аллаға күркәм булған әҙәм унан ҡасып ҡотола, гонаһлы бәндә иһә уның тоҙағына эләгә.
Раббы былай ти: «Мин ҡыуып ебәргән әсәгеҙҙең айырылышыу ҡағыҙы бармы әллә? Йәки Мин һеҙҙе берәйһенә бурысымды ҡайтарыр өсөн һатып ебәрҙемме? Юҡ, һеҙ гонаһтарығыҙ өсөн һатылдығыҙ, Әсәйегеҙ һеҙҙең енәйәтегеҙ арҡаһында ҡыуылды.
Раббы былай ти: «Һеҙ бушҡа һатылғайнығыҙ, Аҡсаһыҙ йолоп алынырһығыҙ!»
Ә иманға килмәгән йәһүдтәр, йәһүд булмағандарҙы иманлыларға ҡаршы ҡотортоп, уларға ҡарата дошманлыҡ уятты.
Шул юл менән улар халыҡты, аҡһаҡалдарҙы һәм ҡанун белгестәрен Стефанусҡа һөстөрҙөләр; һөжүм итеп, тотоп алдылар һәм Юғары кәңәшмә алдына алып килделәр.
Быны мин, был эштәрҙә аңлау кимәлегеҙ әлегә самалы булыу сәбәпле, ҡоллоҡ миҫалын килтереп әйтәм. Элек тәнегеҙҙе боҙоҡлоҡҡа һәм яманлыҡҡа ҡол итеп тапшырып, яуыз эштәргә юл ҡуйғанһығыҙ икән, хәҙер уны изгелеккә илтеүсе тәҡүәлеккә ҡол итеп тапшырығыҙ.
Ҡанундың Рух аша бирелгәнлеген беләбеҙ, ә мин – гонаһҡа ҡолдай һатылған донъяуи әҙәм.
Әммә һиңә ҡарата ризаһыҙлығым бар: үҙен пәйғәмбәр тип атап, фәхешлеккә һәм ялған илаһтарға ҡорбан ителгән ризыҡты ашарға өйрәтеп йөрөгән Изевел исемле ҡатынға Минең ҡолдарымды гонаһҡа этәреүгә юл ҡуяһың.