24 Ахав нәҫеленең ҡалала үлгәндәре эттәргә, ҡырҙа үлгәндәре ҡоштарға емтек булыр.
Яровғамдың ғаиләһенән ҡалала үлеп ҡалғандарын эттәр ашар, ҡырҙа үлгәндәре ҡоштарға емтек булыр». Раббы һиңә бына шулай тип әйтергә ҡушты.
Бағшаның ғаиләһенән ҡалала үлеп ҡалғандарҙы эттәр ашар, ҡырҙа үлгәндәре ҡоштарға емтек булыр.
Йеһу ярҙамсыһы Бидҡарға: – Мәйетте ал да изреғилле Навоҫтың баҫыуына алып барып ырғыт, – тип бойорҙо. – Хәтерләйһеңме, һинең менән бергә Йорамдың атаһы Ахав артынан килгән сағыбыҙҙа, Раббы Ахав тураһында:
Ә һин, ҡырҡып ташланған ботаҡтай, Ҡәбереңдән тышҡа ырғытылдың. Таш соҡорға бырғалған мәйеттәр, Ҡылыстан тураҡланған мәйеттәр, Һинең кәфенең булырҙар. Мәйетең аяҡ аҫтына һалып тапалыр.
Уларҙың башына дүрт төрлө ҡаза ебәрәм, – тип белдерә Раббы. – Ҡырыр өсөн ҡылыс, йолҡҡослар өсөн эттәр, тамаҡлап юҡ итер өсөн күк ҡоштары һәм ҡыр йәнлектәре юллайым.
Уны үлгән ишәк кеүек күмәсәктәр – Һөйрәкләп Йәрүсәлим ҡапҡаһынан Тышҡа сығарып бырғарҙар».
Батшаларҙың һәм ғәскәр башлыҡтарының, көслөләрҙең, аттарҙың һәм уларҙың һыбайлыларының мәйеттәрен, бөтә иреклеләрҙең дә, ҡолдарҙың да, ябай кешеләрҙең дә, бөйөктәрҙең дә мәйеттәрен ашағыҙ.