Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 21:2 - Изге Яҙма

2 Бер көн Ахав Навоҫҡа: – Йөҙөм баҡсаңды миңә бир. Ул минең һарайыма бик яҡын, шуға күрә уны йәшелсә баҡсаһы итер инем. Урынына һиңә унан да яҡшыраҡ йөҙөм баҡсаһы бирәм, теләһәң, көмөш менән түләйем, – тип тәҡдим итте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 21:2
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Хеҙмәтсеңә үҙең хужа бит, – тип яуапланы Ибрам. – Нимә теләһәң, шуны эшлә. Сарая Хәжәрҙе рәнйетә башланы һәм Хәжәр унан ҡасып китте.


Ҡатын күрҙе: ағастың емешен ашағы килеп тора. Улар ҡарар күҙгә күркәм, өҫтәүенә, аң-белем биреүе менән ҡыҙыҡтыра. Шуға күрә ул бер емеште алды ла ашаны. Шунан янындағы иренә лә бирҙе, ул да ашаны.


Әммә Навоҫ: – Алла һаҡлаһын! Нисек мин аталарымдан ҡалған биләмәне һиңә бирәйем? – тип яуап ҡайтарҙы.


– Изреғилле Навоҫҡа: «Йөҙөм баҡсаңды миңә һат, көмөш бирермен, йәки, теләһәң, уның урынына баҡса бирермен», – тигәйнем, «Йөҙөм баҡсамды һиңә бирмәйем», – тип яуап бирҙе, – тине Ахав.


Йәһүҙә батшаһы Ахазъяһ быларҙы күреп, Бейт-Һагган ҡалаһына табан ҡаса башланы. Артынан ҡыуа төшкән Йеһу: – Уны ла үлтерегеҙ! – тип ҡысҡырҙы. Үҙенең арбаһындағы Ахазъяһты Йивлеғамға етәрәк, Гур ҡалҡыулығында уҡтан атып яраланылар. Ул йәрәхәтләнгән килеш Мегиддоға барып етте лә, шунда үлде.


Яҡыныңдың өйөн көҫәмә, уның ҡатынын да, ҡолон да, ҡолиәһен дә, үгеҙен дә, ишәген дә – бер нәмәһен дә көҫәмә.


баҡсалар һәм урмандар, уларға һәр төрлө емеш ағастары үҫтерҙем.


Һөйгәнем, һин – баҡсалағы шишмә, Тере һыу инеше, Ливан тауынан аҡҡан ағын һыу.


Һинең иһә күҙең дә, йөрәгең дә тик файҙаны самалай, Ғәйепһеҙҙең ҡанын түгәһең, Иҙеү, талау тураһында уйлайһың».


Шунан барыһына ла былай тине: – Ҡомһоҙлоҡтан һаҡланығыҙ, кеше нисек кенә бай булмаһын, ғүмере байлыҡҡа бәйле түгел.


Һеҙ биләргә тип аяҡ баҫаһы ер һеҙ сыҡҡан Мысыр иле кеүек түгел. Унда бит орлоҡ сәсһәң, һыуҙы, баҡсаны һуғарған һымаҡ, үҙ ҡулдарың менән ташып һибергә кәрәк ине.


Яҡыныңдың ҡатынын көҫәмә. Уның өйөн дә, баҫыуын да, ҡолон да, ҡолиәһен дә, үгеҙен дә, ишәген дә – бер нәмәһен дә көҫәмә».


ә байырға теләүселәр ҡотҡоға бирелә, кешене үлемгә һәм һәләкәткә килтерә торған мәғәнәһеҙ, зарарлы күп теләктәрҙең тоҙағына эләгә.


Шунан Ахиш Дауытты янына саҡырып: – Тере Раббы шаһит: һин намыҫлы кешеһең. Яуға минең менән бергә инһәң, бергә сыҡһаң, күңелемә рәхәт булыр ине. Килгәнеңдән алып, бөгөнгәсә бер яманлығыңды ла күрмәнем. Тик пелешти хакимдары һине хушһынманы.


Баҫыуҙарығыҙҙың, йөҙөм һәм зәйтүн баҡсаларығыҙҙың иң яҡшыларын тартып алып, үҙенең хеҙмәтселәренә өләшер.


Уларҙың: «Беҙгә батша ҡуй, беҙгә ул идара итһен», – тиеүҙәре Шемуилға оҡшаманы. Ул Раббыға доға ҡылды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ