18 – Тор, Самарияла хакимлыҡ иткән Исраил батшаһы Ахавҡа бар. Ул Навоҫтың йөҙөм баҡсаһында. Уға хужа булырға йөрөй.
Раббы Наҫан пәйғәмбәрҙе Дауытҡа ебәрҙе. Наҫан, уның янына килеп, былай тине: – Бер ҡалала ике кеше йәшәгән: береһе бай, икенсеһе фәҡир булған.
Сөнки уның Бейт-Илдәге ҡорбан усағына һәм Самария ҡалаларындағы табыныу ҡалҡыулыҡтарындағы ғибәҙәтханаларға ҡаршы Раббы бойороғо буйынса әйткәндәренең барыһы ла бойомға ашасаҡ.
Йәһүҙә батшаһы Асаның утыҙ һигеҙенсе йылында Исраил тәхетенә Ғомри улы Ахав ултырҙы һәм Самарияла егерме ике йыл батшалыҡ итте.
Әлеге ваҡиғаларҙан һуң бына ниндәй хәлдәр булды. Изреғилдә Самария батшаһы Ахавтың һарайы эргәһендә ошо ҡаланан Навоҫ тигән кешенең йөҙөм баҡсаһы бар ине.
Шул саҡ Тишбе ҡалаһынан Ильяс пәйғәмбәргә Раббы һүҙе булды:
Шунан Йеһу Ахазъяһты эҙләргә тотона. Уны, Самарияла йәшенеп йөрөгән еренән табып, Йеһуға алып киләләр һәм үлтерәләр. Әммә уны дәфен ҡылалар, сөнки: «Ул бөтөн йөрәге менән Раббыға ынтылған Йеһошафат улы бит!» – тиҙәр. Шулай итеп, Ахазъяһ йортонда батша булырлыҡ берәү ҙә ҡалмай.