11 Навоҫ йәшәгән ҡаланың аҡһаҡалдары менән күренекле кешеләре Изевел нисек яҙған, шулай эшләне.
Ике йүнһеҙ кешене уның ҡаршыһына ултыртығыҙ ҙа улар: „Навоҫ Алла менән батшаны хурланы“, – тип уға ҡаршы шаһитлыҡ ҡылһын. Шунан һуң уны тышҡа алып сығып, таш бәреп үлтерегеҙ».
Ураҙа иғлан ителде. Навоҫты халыҡ алдына түргә ултырттылар.
Әммә Зәкәрьяһҡа ҡаршы фетнә ойошторола, батша бойороғо буйынса, уны Раббы ҡорамы ихатаһында таш бәреп үлтерәләр.
Әммә кендек инәләре Алланан ҡурҡты, Мысыр батшаһының бойороғон үтәмәне: ир балаларҙың ғүмерен өҙмәне.
Әгәр хаким ялғанға ҡолаҡ һалһа, барлыҡ ярандары намыҫһыҙ булыр.
Күптәр батшанан мәрхәмәт эҙләй, ләкин кеше ғәҙеллекте тик Раббынан табыр.
Ғәҙеллек ҡыуылды, дөрөҫлөк йыраҡта ҡалды. Сөнки хәҡиҡәт ҡала майҙанында абынды, Выждан инер өсөн юл тапманы.
Әфраим йәберләнгән, хөкөмдән тетрәнгән, сөнки ул юҡ-бар нәмәләр артынан эйәрергә тәүәккәлләне.
Хөкөм сығарғанда хаҡһыҙлыҡ ҡылма: ярлыға өҫтөнлөк бирмә, байға ярарға тырышма, яҡыныңды ғәҙел хөкөм ит.
Ғомри батшаның ҡағиҙәләрен үтәп, Ахав йортоноң йолаларын тоттоғоҙ; Улар кәңәшенә тоғроһоғоҙ. Шуға күрә һине бушлыҡҡа әйләндерәм, Ҡала халҡын хурлыҡҡа ҡалдырам, Ҡәүемдәр өсөн мәсхәрә булырһығыҙ».
Төштәрендә, Һируд янына ҡабат бармаҫҡа, тигән киҫәтеү алғас, улар башҡа юл менән үҙ илдәренә ҡайтып киттеләр.
Һируд, үҙенең аҡыл эйәләре тарафынан алданғанын аңлап, бик ныҡ ярһыны. Ул, аҡыл эйәләренең һүҙенә таянып, Баланың йәшен билдәләне лә, Бейт-Ләхәмдәге һәм уның тирәһендәге ике йәшкә тиклемге бөтә ир балаларҙы үлтерергә бойороп, үҙенең кешеләрен ебәрҙе.
Әммә тегеләр: – Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, Алла һүҙен түгел, һеҙҙең һүҙҙе тыңлаһаҡ, был Алла ҡаршыһында дөрөҫ булырмы һуң?
Петрус һәм бүтән илселәр: – Кешеләргә ҡарағанда Аллаға нығыраҡ буйһонорға тейешбеҙ.
Шунан эргәһендә торған йәнһаҡсыларына: – Барығыҙ, Раббының ҡаһиндарын үлтереп ташлағыҙ! Улар ҙа Дауыт менән бер һүҙле. Уның ҡасҡанын белә тороп, миңә хәбәр итмәгәндәр, – тип әмер бирҙе. Әммә батшаның хеҙмәтселәре Раббының ҡаһиндарына ҡул күтәрергә баҙнат итмәне.
Эй батша, ҡасан теләйһең, шунда кил. Ә беҙ уны батшаның ҡулына тотоп бирербеҙ, – тинеләр.