1 Әлеге ваҡиғаларҙан һуң бына ниндәй хәлдәр булды. Изреғилдә Самария батшаһы Ахавтың һарайы эргәһендә ошо ҡаланан Навоҫ тигән кешенең йөҙөм баҡсаһы бар ине.
– Ат егегеҙ! – тип бойорҙо Йорам. Уның яу арбаһына ат ектеләр. Исраил батшаһы Йорам менән Йәһүҙә батшаһы Ахазъяһ, һәр ҡайһыһы үҙенең яу арбаһында, Йеһуға ҡаршы сыҡты. Улар Изреғил кешеһе Навоҫтың биләмәһендә осрашты.
Йеһу ярҙамсыһы Бидҡарға: – Мәйетте ал да изреғилле Навоҫтың баҫыуына алып барып ырғыт, – тип бойорҙо. – Хәтерләйһеңме, һинең менән бергә Йорамдың атаһы Ахав артынан килгән сағыбыҙҙа, Раббы Ахав тураһында:
Үҙе өсөн ошолай ҡатмарлы ваҡыт булһа ла, Ахаз батша Раббыға хыянат ҡылыуын дауам итә.
Әммә халыҡ үҙен туҡмаған Раббыға боролманы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһын эҙләмәне.
Эй Раббы, Һинең күҙҙәрең дөрөҫлөктө күрмәйме ни? Һин был халыҡты туҡманың, әммә улар һиҙмәне лә. Һин уларҙы ҡырҙың, әммә улар һаман киҫәмәне. Йөҙҙәрен таштан да нығыраҡ ҡатырып, тиҫкәреләнеп, Һиңә ҡайтыуҙан баш тартты.
Кеше баҫыуына күҙе төшһә – баҫып ала, Өй теләһә, хужаһын да, Ғаиләһен дә аяп тормай – тартып ала, Кешене мираҫ еренән мәхрүм итә.
Уларҙың биләмәһенә Изреғил, Кесуллоҫ, Шунем,
Шул арала барлыҡ мидйәндәр, ғәмәлектәр һәм башҡа көнсығыш халыҡтары берләште лә, Иорданды кисеп сығып, Изреғил үҙәнендә туплам булып торҙо.
Пелештиҙәр бөтә ғәскәрҙәрен Афеҡта тупланы. Исраилдар иһә Изреғилдәге инеш янында урынлашты.