4 – Әйткәнеңсә булһын, хакимым батша, – тип яуап ҡайтарҙы уға Ахав. – Үҙем дә, булған бөтә нәмәм дә һинеке.
– Ярай, – тине Шимғи батшаға. – Хакимым батша нисек бойорған, ҡолоң шулай эшләр. Шулай итеп, Шимғи оҙаҡ ваҡыт Йәрүсәлимдә йәшәне.
былай тине: – Алтының менән көмөшөң дә, иң яҡшы ҡатындарың менән балаларың да – минеке.
Илселәр тағы килеп, былай тине: – Бен-Һадад былай ти: «Алтының менән көмөшөңдө, иң яҡшы ҡатындарың менән балаларыңды миңә бир», – тип әйткәйнем.
Һарай идарасыһы, ҡала башлығы, аҡһаҡалдар, батша балаларының тәрбиәселәре Йеһуға: «Беҙ һинең ҡолдарың, ни әйтһәң, шуны эшләргә әҙербеҙ. Берәүҙе лә батша итеп ҡуйырға ниәтебеҙ юҡ. Үҙеңә нисек ҡулай, шулай эшлә», – тигән яуап ебәрҙе.
Дошман ерендә иҫән ҡалғандарығыҙҙың йөрәгенә шом һалырмын. Улар һелкенгән япраҡ тауышынан да өркөп, ҡылыстан ҡурҡҡандай ҡасырҙар, бер кем баҫтырмағанда ла йығылырҙар.
Раббы муйынығыҙға тимер ҡалып кейҙерер, һәм һеҙ, әжәлегеҙ еткәнсе ризыҡҡа, һыуға, кейемгә тилмереп, мохтажлыҡта дошмандарығыҙға хеҙмәт итерһегеҙ.
Ғаммондарға: – Иртәгә һеҙгә баш һалабыҙ. Беҙҙең менән ни теләһәгеҙ, шуны эшләрһегеҙ, – тинеләр.