38 Пәйғәмбәр йөҙөн танымаҫлыҡ итеп ҡапланы ла юл буйына сығып Исраил батшаһының үткәнен көтә башланы.
Теҡоғаға кеше ебәреп унан бер аҡыллы ҡатынды килтертте. Ул был ҡатынға: – Ҙур хәсрәткә тарыған кеше кеүек өҫтөңә ҡайғы кейемдәре кей ҙә, зәйтүн майы һөртмәйенсә, мәрхүм булған кеше өсөн күп көндәр илаған ҡатын ҡиәфәтендә
Яровғам ҡатынына: – Бар, батша ҡатыны булғаныңды белдермәҫлек итеп кейен дә Шилоға бар. Унда ошо халыҡтың батшаһы буласағым тураһында күрәҙәлек иткән Ахияһ пәйғәмбәр булыр.
Пәйғәмбәр икенсе кешегә барып, уның һуғыуын һораны. Быныһы пәйғәмбәргә шул тиклем итеп ҡундырҙы, хатта йәрәхәтләне.
Шул саҡ пәйғәмбәр йөҙөн асты һәм батша уның пәйғәмбәрҙәрҙең береһе икәнен күрҙе.
Ахав Йеһошафатҡа былай тине: – Мин яуға кейемемде алмаштырып инермен, ә һин үҙеңдең батша кейемеңдә бул. Исраил батшаһы кейемен алмаштырҙы ла яуға инде.
Ураҙа тотҡанда ике йөҙлөләр кеүек ҡараңғы сырайлы булмағыҙ. Ураҙа тотҡандарын кешеләр күрһен тип, улар шулай моңһоу йөҙ менән йөрөй. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар үҙҙәренең әжерен алды инде.